Файҙалы эштәр йылы
2 Август 2023, 07:00

Билдәле артист ауылын онотмай

Ул сираттағы хәйриә концерты ойошторған, ә йыйылған аҡсаны...

Билдәле артист ауылын онотмайБилдәле артист ауылын онотмай
Билдәле артист ауылын онотмай

“Атайсал” проектында билдәле йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллин әүҙем ҡатнаша һәм йыл да тыуған ерендә – Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында хәйриә концерты ойоштора. Унан алған килемде атайсалы өсөн изге эштәргә һәм проекттарға йүнәлтә.

Ошо йылдарҙа Ришат Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында мәсет төҙөүгә булышлыҡ иткән, балалар баҡсаһына, мәҙәниәт йортона ярҙам күрһәткән, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән бер нисә ғаиләләге балаларға дауаланыу өсөн аҡса күсергән.

“Атайсал - бәләкәй Ватан” проектын тормошҡа ашырыуға индергән өлөшө өсөн һәләтле артист Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән Рәхмәт хатына лайыҡ булған.

Уҙған ял көндәрендә Туймазы ерендә Ришат Төхвәтуллиндың һәм башҡорт, татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығындағы хәйриә концерты бер тамашасыны ла битараф ҡалдырмаған. Концертта Башҡортостандың халыҡ артистары Айҙар Ғәлимов, Әнүәр Нурғәлиев һәм башҡа эстрада йондоҙҙары сығыш яһаған. 

Фото: vk.com/ataysalrb

Билдәле артист ауылын онотмай
Билдәле артист ауылын онотмай
Билдәле артист ауылын онотмай
Билдәле артист ауылын онотмай
Билдәле артист ауылын онотмай
Билдәле артист ауылын онотмай
Билдәле артист ауылын онотмай
Билдәле артист ауылын онотмай
Билдәле артист ауылын онотмай
Билдәле артист ауылын онотмай
Билдәле артист ауылын онотмай
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас