

Ауылының киләсәк яҙмышы өсөн борсолған ир-егеттәр булғанда, был төбәктең киләсәге өмөтлө. Ҡалтасы районында ошондай әүҙем замандаштарыбыҙҙың береһе – Павел Тосаев менән күрештек. Уның башланғысы менән тыуған ауылы Кәкүштә быуа булдырылып, тирә-яғы төҙөкләндерелгән. Хәҙер быны “Атайсал” проектына ярашлы башҡарылған эштәр тип атарға күнекһәк тә, йәнтөйәк тураһында хәстәрлек электән күрелә. Ғаиләһе менән фермерлек эшен алып барған геройым ауылды төҙөкләндереү сараларына ла һәр саҡ ваҡыт таба.
– Мин бары – ауылымдың патриоты. Файҙалы эштәрҙе үҙем генә түгел, башҡа ауылдаштарым менән бергәләп башҡарабыҙ. Быуа булдырыу ниәте лә күптән бар ине. Беҙҙә фермерҙар күп. Техника бүлеп, күмәкләп бәләкәй генә шишмә аҡҡан урынды таҙартып, ошо эште башҡарҙыҡ. Бөгөн был урында ике быуа барлыҡҡа килде. Уның тирә-яғы төҙөкләндерелде. Аҙаҡ йылғаға балыҡ ебәреү уйын да күмәкләп тормошҡа ашырҙыҡ. Ауыл халҡы йыйылышында әлегә уларҙы ҡармаҡламаҫҡа тигән ҡарар ҡабул ителде, – тип башланып китте һөйләшеүебеҙ.
Тырышлыҡ бушҡа китмәгән. Ял итеү өсөн ауыл эргәһендә хәҙер бына тигән уңайлыҡтар булдырылған. Ауыл хакимиәте менән берлектә бер быуала пляж булдырыу хәстәре күрелгән, ял итеүселәргә һыу инеү мөмкинлеге лә бар. Ошонда уҡ волейбол майҙансығы эшләнә.
Әүҙем ауылдаштарҙың был тәүге эше түгел. Ауылды төҙөкләндереү буйынса электән берҙәм күтәреләләр. Кәрәк саҡта Павел үҙе лә тракторға ултырып ярҙамға сыға.
– 2 майҙа һәр ваҡыт ауылда өмә үткәрәбеҙ. Фермерҙар трактор бүлә. Иң тәүҙә урамдарҙы сүп-сарҙан йыйыштырып сығабыҙ. Артабан зыяратты тәртипкә килтерәбеҙ. Был сара йолаға әүерелгән һәм унан бер кем дә ситтә ҡалмай, – тине ул, ауылдаштарының берҙәмлегенә һоҡланып.
Павел Тосаевтың йәштән ауылда төпләнеп ҡалыуының да төп сәбәбе тыуған ерен яратыуына бәйле.
– Армиянан ҡайтҡанда туғандарым төрлө яҡҡа таралышып бөткәйне. Төпсөк бала булараҡ, миңә әсәйемде ҡарарға кәрәк ине. Шуға ауылдан ситкә китмәнем. Ошонда ғаилә ҡорҙом, тормош иптәшем менән балалар үҫтерҙек. “Мин китһәм, башҡалар ҡалмаһа, кем ауылды күтәрер һуң?” тип уйланым. Минең кеүек патриоттар күп булыуы менән көслөбөҙ ҙә, – тине ул.
Алға ҡуйған пландары ла бар геройымдың. Әлегә һөйләмәһә лә, тиҙҙән уларын да ишетербеҙ, күрербеҙ.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Ҡалтасы районы.