

Республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәтсәндәре йыл һайын үткәрелеүсе журналистар фестивалендә осрашыуға йыйына, ул 18 августа Әбйәлил районының «Юбилейный» шифаханаһында үтәсәк.
Был – Башҡортостан Журналистар союзының ҙур сараларының береһе, унда ҡатнашыусылар, тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү, коллегалар менән тәжрибә уртаҡлашыу, шул уҡ ваҡытта матур тәбиғәт ҡосағында ял итеү өсөн йыйыла.
Быйылғы йыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан “Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы” тип иғлан ителде, шуға ла фестиваль “Тыуған яҡҡа һөйөү менән” исеме аҫтында үтәсәк.
Һуңғы ике йылда проектҡа 16 меңдән ашыу ғариза бирелгән, шуларҙың 15 меңдән ашыуы тормошҡа ашырылған. “Атайсал” проектында иң мөһиме – кешеләр. Мәҫәлән, беҙҙең ауылдаштар, күршеләр, ҡасандыр бергә уҡыған класташтар. Башҡа урында тыуып үҫһәләр ҙә, бөтә ғүмерен республикаға бағышлағандар. Был кешеләрҙең барыһын да балалар баҡсаһына, мәктәпкә, ауылға, ҡалаға ярҙам итеү йәки бәләкәй Ватанына булған мөхәббәте арҡаһында изге эш башҡарыу теләге берләштерә. Бөгөнгө көндә тап улар тураһында һөйләргә кәрәк тә.
Һәм бында журналистика эшенең оҫталары баһалап бөткөһөҙ роль уйнай. Сөнки улар ҡыҙыҡлы һәм талантлы яҡташтары тураһында һөйләп кенә ҡалмай, уларҙың ижади идеяларына, проекттарына һәм төбәкте үҫтереүгә йүнәлтелгән уй-ниәттәренә үҫеш бирә.
Мәғлүмәтте йәки мәҡәләне федераль, республика һәм киң мәғлүмәт сараларында баҫтырыу – ярты эш. Ә бына мәғлүмәтте кеше күңеленә барып етерлек һөҙөмтәгә ирешеү – был еңел булмаған мәсьәләләрҙең береһе. Бына тап ошондай мәсьәләләр “Журфест-2023 “ фестиваленең көн тәртибенә индереләсәк тә инде. Сараның төп маҡсаты – республиканың үҫешенә ярҙам итеү.
Журналистар, блогерҙар, яҡташлыҡ ойошмаһы вәкилдәре Яҡтыкүл буйында урынлашҡан «Юбилейный» шифаханаһында йыйыласаҡ. Медиафестивалде ойоштороусылар эшлекле өлөш (оҫталыҡ дәрестәре, тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрен бүләкләү) һәм рәсми булмаған өлөштән (аралашыу, “Атайсал”дың иң ҡыҙыҡлы проекттары менән таныштырыу, спорт ярыштары, конкурстар, музыкаль программа) торған программа әҙерләгән. Ә сараға саҡырылғандар, үҙ сиратында, көнүҙәк темаларға заманса контент булдырыу һәм медиа көн тәртибен маҡсатлы аудиторияға еткереү буйынса кәрәкле белем аласаҡ.
Фото: “Журфест” сәхифәһенән.