Файҙалы эштәр йылы
18 Август 2023, 06:01

Йәнтөйәктәренең гүзәл бер ҡото

Алмалыҡта халыҡ байрамы үтте.

Денис Мансуров фотолары.Денис Мансуров фотолары.
Фото:Денис Мансуров фотолары.

Бер генә әҙәм дә яҡты донъяға үҙе теләп килмәй, тыуыр ерен, йәнтөйәген дә һайлап алмай: бөтәһен дә тәҡдир билдәләнеше хәл итә. Ҡайҙа ғына тәүге ауазын һалһа ла, иң ҡырыҫ холоҡло кеше лә тыуған ерен үҙ итә, ярата. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың указы менән быйыл Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы иғлан ителгәйне. Был игелекле заттар өсөн бер этәргес булды: яҡшы бала үҙен тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәһен хәстәрләгәндәй, хәленән килгәндәр, күңеле тартҡандар донъялағы иң ғәзиз тыуған ерен күркәм ғәмәлдәре менән ҡыуандырырға ынтылды.

29 июлдә Кушнаренко районы­ның Түбәнге Сәйет ауылына яҡын ерҙә – матур Алмалыҡ яланында ойошторолған халыҡ байрамы ла ошо изге башланғысҡа ярашлы барҙы. Әлеге ялан хикмәтле нөктә – Ер шарындағы шундай һанлы дүрт координата араһында ҡоро ерҙә урынлашҡан берҙән-бер 55055’ төньяҡ киңлек һәм 55055’ көнсығыш оҙонлоҡ киҫелеше менән танылған.

Тылсымлы төбәккә халыҡ байрамына барышлай беҙ – “Ихлас” мәхәлләһенең мәжлес рәйесе, “Раббани” мәсетенең имам-хатибы, күренекле дин әһеле Мөхәммәт Ғәлләм етәкселегендәге өфөләр, иң тәүҙә Түбәнге Сәйет ауылында яңы төҙөлгән мәсеттә туҡталдыҡ. Һоҡланғыс Иман йортон ошо ауылдың булдыҡлы егете, Өфөлә дәүләт нефть техник институтын тамамлап, Себерҙә хеҙмәт итеп, әле Түбәнге Новгородта йәшәгән Салауат Вәлиев үҙ иҫәбенә һал­дыртҡан икән, географик нөктәлә беседка һәм сәхнә яһатыу сығым­дарын да башлыса ул күтәргән.

Мәсеттә беҙҙе замандаш дин­дәш­тәребеҙ, йәнә Башҡортостан Мөслимәләр ойошмаһының Кушнаренко районы бүлексәһе етәксеһе Рәсимә Ғәҙелованан һабаҡ алыусы балалар ҡаршыланы. Ихлас аралашып алғас, Мөхәммәт хәҙрәт, Яңы 1445 һижри йыл башланыу һәм Ғәшүрә байрамы айҡанлы фәһемле  вәғәзен ишеттерҙе. Баҡый ауылы имамы Ринат хәҙрәт Сөләй­мә­новҡа эйәреп, сабыйҙар менән бер сафҡа теҙелеп, өйлә намаҙын уҡыуҙан күңелдәргә илаһи нур өрөлдө.

Дәртләнеп, беҙҙе әйҙәп торған яланға – май айында Башҡортостан Башлығы махсус туҡталып, уникаллеген билдәләп, төҙөкләнде­рергә кәрәклеген иғтибарға алып киткән һигеҙ бишлеле нөктәгә ҡуҙғалдыҡ.

Тантанала сығыш яһағанда был турала район хакимиәте башлығы Марат Латипов:

– Аллаһы Тәғәлә Ерҙе яралтып, уға координаталар селтәрен яп­ҡанда, бәхетебеҙгә, шундай серле һандарҙы тыуған төбәгебеҙгә атап инселәгәндер, – тине.

Хаҡтыр ҙа был һүҙҙәр, сөнки әлеге Алмалыҡ яланы элек-электән кешеләрҙе арбап тора, тартыу көсө бар, тиҙәр. Риүәйәттәр раҫлауынса, мосолманлыҡ таралған саҡта, ошо тирәнән үткән Фарсылар мәмләкәте илселәре башлығы Нәҙер хан үлеп ҡалғас, яҡын ғына аҡҡан шишмәне Нәҙер шишмәһе тип атайҙар. Ихластан теләһәң, бында әйтелгән теләктәр мотлаҡ ҡабул була, ниәттәр ғәмәлгә аша, тигән юрау ҙа бар. Халыҡ был яландан им уты – дарыу үләндәрен йыйырға ла әүәҫ, бындағы үләндең шифалыраҡ булыуына барыһы ла инанған. Колхоздар осоронда яланды тирәләп, алма ағастары ултыртыла.

Үҙенсәлекле нөктә 2014 йылда ҡаҙыҡ ҡағып билдәләнә. Унан ШОС, БРИКС илдәренә йүнәлеште, Ҡытай, Бразилия, Һиндостан һ. б. дәү­ләттәрҙең баш ҡалаларына, Ватаныбыҙ баш ҡалаһы Мәскәүгә, республикабыҙ мәркәзе Өфөгә илтер юл саҡрымдарын белдергән күрһәткестәр ҡуйыла.

Ете йыл элек Юғары Сәйет – Аҡъятыу ауылы клубы мөдире, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы, республикабыҙ Дуҫлыҡ йорто менән хеҙмәттәшлектәге “Сәхибъямал” төбәк ойошмаһының район бүлек­сәһе етәксеһе, композитор, йырсы, йәнтөйәгем тип йән атыусы Резида Сабитова тәүге тапҡыр, сит ил ҡунаҡтарын да өндәшеп, “Дуҫлыҡ төйәгендә ҡот булыр” тип аталған осрашыу үткәргәйне. Мөғжизәле нөктә өс район сигенә яҡын урын­лашҡанлыҡтан, күрше Саҡмағош, Благовар райондары вәкилдәре лә күмәкләп ҡатнашҡайны.

Быйылғы тантанаға иһә Алма­лыҡ яланы байрамға килеүселәрҙе төҙөк мәҙәни майҙан булып, балҡып ҡаршы алды: ҡарағай еҫтәре аңҡып торған матур беседка, рәхәтләнеп сығыш яһарлыҡ, йырларлыҡ, ирә­йеп китеп бейерлек ыҡсым сәхнә. Байрамдың яҙып эленгән шиғыры ла мәғәнәле: “Тыуған ерҙә – ер йылыһы, Тыуған телдә – йән йылыһы”.

Ҡор дәрәжәле ҡунаҡтары менән зиннәтле, тигәндәй, тантанала район хакимиәте башлығы Марат Латипов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмә­ҙинуров, Азербайжан Милли мәж­лесе депутаты Сабир Гаджиевтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен уғата күтәрҙе. Башҡортостан татар­ҙары конгресы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Зәлиә Ахунова, урындағы бүлексә етәксеһе Илфир Ҡотдосов, бағыусы Салауат Вәлиев һәм башҡа ҡунаҡтар сараның әһәмиәтен юғары баһалап, тәбрик­ләү һүҙҙәре әйтте. Төп тантана илһам­лы сығыштар, концерт номер­ҙары менән үрелеп барҙы, йәнтөйә­генең бәҫен арттырыуға тос өлөш индергән әүҙемдәрҙең фиҙа­кәрлеге маҡтау һәм рәхмәт хаттары, бүләк­тәр менән билдәләнде. Талант эйәләре тыуған яҡҡа һөйөүен әҙәби һүҙ, йыр-моң, дәртле бейеү аша еткерҙе. Танылған шағирәләр Дилә Булгакова, Хәлисә Мөҙәрисова уҡыған шиғырҙар, Башҡорт­остан­дың халыҡ, Рәсәйҙең һәм Татар­стандың атҡаҙанған артисы Нәзифә Ҡадирова, төрлө бәйгеләр лауреаттары Флера Шәрипова, Резида Сабитова, Роза Сабурова, Динара Фазлыева, Гөлназ Ханнанова, Мәхмүт Ибраһимов, Линур Әхтә­мов­тың йөрәкһенеп башҡарған йырҙары күңел ҡылдарын сиртте. Кушнаренко районының “Ағиҙел моңдары” йыр, Саҡмағоштан “Аҫылйәр” бейеү ансамблдәре, шул райондың Йомаш ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ровесница”, “Сеспел”, “Умырзая” йыр ансамблдәренең сығыштары дәррәү алҡыштарға күмелде. Татар, башҡорт, рус, сыуаш, мари телдәрендә яңғыраған йырҙарға йыш ҡына тамашасылар ҙа ҡушылды, милләт айырып, был беҙҙеке түгел, тип тормай, бейеүҙә тыпырҙарға төшөп тә киттеләр. Рухлы, йөкмәткеле төҙөлгән программа халыҡты йәнләндерҙе лә, ауылдан сыҡҡандарҙың сиҙәмле, ялан аяҡ бала сағын хәтерләтеп, үткән быуындарҙы, атай-әсәйҙәр иҫтәле­ген яңыртып, ғәмгә лә һалды.

Аҡъятыуҙың Алмалыҡ яланын түңәрәккә алып, халыҡ кәсепсе­ләре, һөнәрмәндәрҙең күргәҙмә-һатыуға ҡуйылған ҡул эштәре лә ҡыҙыҡһынып ҡаралды. Хәситәләр, ҡалпаҡтар, ағас һындар – барыһы ла зауыҡлы, ылыҡтырғыс, йәш­тәр, айырыуса балалар, уларға һоҡланып бағып, күптәр үҙенә оҡшаған әйберҙе алып та һөйөндө.

Иркен тирмәлә хужалар ҡунаҡ­тарҙы һығылып торған табын, шыжлап ултырған самауыр янында усаҡ өҫтөндәге ҡаҙанда бешкән былау, ҙур бәлеш менән һыйланы.

Кушнаренконың ике һылыуы, ике аҙаш – сараны ойоштороуҙа башлап йөрөүсе Резида Сабитова менән республика “Кызыл таң” гәзите редакцияһы хеҙмәткәре Резида Вәлитова тамашаны йор һүҙ, алсаҡ күңел менән алып барҙы.

Тарихи, иҫтәлекле урындарҙы ҡәҙер итеү, күрһәтә һәм ололай белеүҙең әлеге заманда бик тә актуаль илһөйәрлек хистәре тәрбиә­ләү­ҙә, тыуған төйәге менән хаҡлы ғорурланыу тойғоһо уятыуҙа роле ифрат ҙур, был – бәхәсһеҙ. Байрамдан сикһеҙ кинәнес алған халыҡтың дөйөм кәйефен белдереп, район етәкселеге әлеге фестивалдең алдағы йылдарҙа ла дауам ителәсәгенә өмөтләндерҙе.

– Бында байтаҡ саралар үткәреп була, – тип күтәреп алды фекерҙе Резида Сабитова. – Халыҡ йолаларын атҡарырға, балалар байрамдары, мәҙәни саралар ойошторорға мөмкин дә баһа. Яңы өйләнешкән ғаиләләр ошо изге урында никахын да нығыта ала...

Ике Резидалай сая ҡыҙҙарға ҡарата Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғыр юлдары тап килә кеүек:

Өс мөғжизә мине әсир алды:

Ер,

        йәнә Күк,

йәнә Ҡатын кеше.

Ерҙең сере бөтә.

Күк һайыға,

Төбө күренер кеүек, асылыр ҙа.

Ҡатын кеше генә асылмаҫ сер,

Тылсым булып ҡалыр

асылында...

Ерҙең сихри серҙәрен асыр ил ҡыҙҙары, уның бәрәкәтен ишәйтер ил улдары булғанда, атайсалдың ҡото бары арта барыр, йәшәү йәм­лерәк, сәмлерәк булыр, моғайын!

- Динә МЫРҘАҠАЕВА

Читайте нас