Файҙалы эштәр йылы
23 Август 2023, 13:00

Ғәлиәхмәттә ...тракторға һәйкәл

Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында "Ауыл оҫталарына" исемле һәйкәл барлыҡҡа килде.

Ғәлиәхмәттә ...тракторға һәйкәлҒәлиәхмәттә ...тракторға һәйкәл
Ғәлиәхмәттә ...тракторға һәйкәл

Хәйбулла районының Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте хәбәр итеүенсә, ауылда ингән урында урынлашҡан арт-объект ауылдаштары, Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәгән эшҡыуар - Дим Ғәйнетдин улы Тулыбаев көсө һәм Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте ярҙамында тормошҡа ашырылған

"Постаментҡа ҡуйылған мини-трактор - Тулыбаев Ғәйнетдин Ғилметдин улы мәрхүмдең үҙ ҡулы менән эшләгән техникаһы. Һәйкәлдең төп идеяһы - ауылда йәшәп хәҙер инде гүр эйәләре булған һәм әлеге ваҡытта йәшәгән оҫта ҡуллы ауылдаштар хөрмәтенә бағышлау.

Ысынлап та, Ғәлиәхмәт ауылы электән үҙенең оҫта кешеләре менән билдәле. Инде гүр эйәләре булған Тулыбаев Зиннәт, Ибраһимов Рәсүл, Ибраһимов Рәхимйән, Тулыбаев Ғәйнетдин, әле ауылда көн иткән Ҡужин Әсҡәт, Тулыбаев Имаметдин, Илбәков Ислам, Юламанов Рәфҡәт, Бикбов Сәлих һәм башҡалар ғаиләләренә һәм ауылдаштарына терәк булды.

Урман яғында электән йәшәү еңелдән булманы, колхоз осоронда, һәм үҙгәрештәр йылдарындағы ауыр замандарҙа ир-егеттәр донъя көтөр өсөн төрлө әмәлдәрен тапты, булған тимерҙән һәм агрегаттарҙан төрлө техникалар ҡороп, эштәрен еңеләйтергә тырышты.

Ғөмүмән, заман һынауҙары алдында бирешмәгән, бөтә эшлекле ауыл кешеләре хөрмәтенә был һәйкәл. Киләсәктә һәйкәлде һәм уның тирә-яғын тәртипкә килтерергә һәм төҙөкләндерергә кәрәк. Был эштең тәүге этабы ғына әле.

Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында был эште тормошҡа ашырған якташыбыҙ Дим Тулыбаев - уңышлы эшҡыуар, халыҡ-ара спорт мастеры. Рәсәйҙең күп ҡалаларында һәм шул иҫәптән Донецк Халыҡ Республикаһы Мариуполь ҡалаһында төҙөлөш-монтажлау эштәре алып бара. Тормош иптәше Зилиә Аҡнаҙар ауылынан. Уларҙың ғаиләһенә ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ!

Шулай уҡ һәйкәлде эшләүсе Ғәлиәхмәт егеттәренә - Илдус Ибраһимовҡа һәм Таһир Низамовҡа ла рәхмәт белдерәбеҙ!" - тип яҙғандар Аҡъюл ауыл биләмәһе төркөмөндә.

Афарин, ғәлиәхмәттәр!

Фото һәм текст сығанағы: Аҡъюл ауыл биләмәһе төркөмөнән.

Ғәлиәхмәттә ...тракторға һәйкәл
Ғәлиәхмәттә ...тракторға һәйкәл
Ғәлиәхмәттә ...тракторға һәйкәл
Ғәлиәхмәттә ...тракторға һәйкәл
Ғәлиәхмәттә ...тракторға һәйкәл
Автор:Карима Усманова
Читайте нас