

Күҙҙәренән нур, йәшәү көсө һирпелеп торған был гүзәл ханым менән Әлшәй районына эш сәфәре мәлендә күрештек. Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында әүҙем эшләгән кеше булараҡ танышып киттек Татьяна Гридина менән.
“Триумф” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, шәхси эшҡыуар ғына түгел, яҡташтарына әллә күпме изгелек ҡылған замандашыбыҙ беҙҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Һөнәре буйынса бухгалтер ҡатын эшҡыуарлыҡҡа уйламағанда тотона, йырып сыҡмаҫлыҡ ауырлыҡ тойолған мәлдәрендә лә туҡталып ҡалмай, һәр ваҡыт алға ынтыла. Татьяна Николаевнаның эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 20 йыллыҡ тәжрибәһе бар. Бәләкәй генә кафе ойоштороуҙан башлап ебәрһә лә, йылдан-йыл уның эше киңәйә.
Башын юғалтып аҡса табыу маҡсаты юҡ унда. Тормош ҡиммәттәрен өҫтөнөрәк ҡуя белә. Изгелек ҡылған һайын тапҡаныңдың бәрәкәте лә арта барыуын үҙенең ғәмәлдәре менән төшөндөрә ул. Һыра һатып аҡса эшләүгә күңеле ятмағас, табыш юғала тип тормай, туғыҙ йыл элек кафела ошо эсемлекте һатыуҙан баш тарта. Быны ул күңел талабы менән башҡара һәм һис тә үкенмәй.
– Табыш сығанағы кәмене, ләкин аҡсаның бәрәкәтен тойҙом. Халыҡ та кафены үҙ итте, – тип һөйләй эшҡыуар ханым.
Йәнтөйәктәре өсөн изгелек ҡылыу маҡсатында йәштәр тап уға мөрәжәғәт иткәндән һуң, уның йәш быуынға ихтирамы арта, уларҙың изге башланғыстарын күтәреп ала. Бергәләп паркты матурлауҙа ҡатнашалар. Был күркәм башланғыс күңелгә дәрт өҫтәй. “Урындағылар” тигән йәштәр хәрәкәте ошолай нығынып эшләп алып китә. Һуңғараҡ районда ағас үҫентеләрен ултыртыу буйынса матур сара ойошторалар. Был йәһәттән район хакимиәте лә ярҙам ҡулы һуҙа. Бер төптән эшләгәндә, һәр башланғыс уңыш ҡаҙана.
– Миҫал эҙләп йыраҡ йөрөргә түгел. Бер нисә кеше йыйылып, өмә эшләргә булдыҡ. Шунан был сараны йолаға әүерелдерергә, һәр аҙна һайын бер урынды билдәләп өмә ойошторорға тигән ҡарарға килдек. Был хаҡта социаль селтәрҙә иғлан да элдек. Тәғәйен ваҡытҡа өмә үткәреләһе ергә барһам, 150-ләп кеше йыйылған. Улар араһында хакимиәт хеҙмәткәрҙәре лә, мәктәп директорҙары ла, таҙалыҡҡа битараф булмаған ябай яҡташтарыбыҙ ҙа бар ине. Бер сәғәт эсендә тракторҙы сүп-сар тоҡтары менән тултырып та ҡуйҙыҡ, – тине, шул мәлдәрҙе хәтерләп.
Татьяна Николаевнаның тора-бара хәйриә эштәре тағы ла киңәйә. Һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа изгелек эшләү уйы уның күңеленә тынғылыҡ бирмәй. Бер нисә йыл элек Раевка дауаханаһындағы палатаға заманса ремонт яһап, ауырыуҙарға уңайлы шарттар булдырып, сауап ала. Быйыл Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы ла мәрхәмәтлек ҡылыуға этәргес көс бирә.
Киләсәккә маҡсаттары аҙ түгел. Изгелек эшләү уны рухландыра, күңеленә ҡәнәғәтлек тойғоһо өҫтәй. Тағы ла бер яҡшы маҡсат менән яна – паллиатив ярҙам бүлегендә бер палатаға, душ, бәҙрәф уңайлығын да көйләп, ремонт яһау. Бөгөн был эш урынынан ҡуҙғалған.
Йәнә бер мауыҡтырғыс шөғөлө бар эшлекле ханымдың. Ул Кавказға тиклем сәйәхәттәр ойоштора. Үҙенең сәйәхәт итергә яратыуы ла был эшкә ҡыҙыҡһыныуын арттыра.
– Сәйәхәт мәлендә илебеҙҙең ни тиклем матур булыуына инанаһың, хайран ҡалаһың. Һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел, – ти ул.
Татьяна Николаевна менән һөйләшкән һайын уның тормошҡа ҡарашына, күңеленән йәшәү дәрте, ыңғай хис-тойғо урғылып тороуына ғәжәп итәһең.
Буш ваҡытында картиналар төшөрөү ҙә – уның күңел һалып башҡарған шөғөлө. Мәктәптә уҡығанда һүрәт төшөрөүҙә һүлпәнлек күрһәтеүе лә сәменә тейгәндер. Махсус курс тамамлап, хәҙер яңы шөғөл менән ихлас мауыға.
Эшҡыуарлыҡҡа бәйле эшенең ни тиклем тынғыһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Раевка йүнселе туҡтауһыҙ камиллыҡҡа ынтыла. Әле ул вокал буйынса шөғөлләнергә ниәте барлығын да билдәләне.
Гүзәл, көслө ханым хәҙер күп йылдар инде республикабыҙҙың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһында тора. Ассоциация советы ағзаһы ла, унда ла хәйриә йүнәлеше буйынса эшмәкәрлек алып бара.
– Изгелек ҡылған саҡта аҡса һинең кеҫәңдән ҡайҙалыр сығып китмәй. Хәйриә проекттарында ҡатнашыуым арҡаһында ғына ла эшҡыуарлығым уңышлы барғанын тоям. Изге эшкә ни тиклем нығыраҡ көсөңдө һалһаң, үҙеңә файҙаһы ла күберәк була. Ошоға ышанырға һәм яҡшылыҡ итергә ынтылырға кәрәк. Үҙегеҙгә теләгән изгелекте башҡаларға ла эшләгеҙ. Тормошта ниндәй генә ҡатмарлы хәлдә тороп ҡалһағыҙ ҙа, унан сығыу юлы бар, – тигән кәңәштәрен еткерҙе замандаштарына.
Изгелек ҡылыу – Татьяна Гридинаның барлыҡ булмышында. Тәрбиәгә ул алып, уны яҡшы ғәмәлдәр, эшһөйәрлек өлгөһөндә үҫтереүе лә хөрмәткә лайыҡ.
Эргә-тирәһендәгеләрҙең рухын күтәрерлек көскә эйә булған ханыма киләсәктә лә барлыҡ ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА