Файҙалы эштәр йылы
16 Сентябрь 2023, 18:00

Сылтырап аға Хәсән шишмәһе

“Атайсал” проекты иғлан ителгәс, ошо ауыл кешеһе Хәлил Фәрвәев шишмәнең эргә-тирәһен төҙөкләндереү уйы менән яна башлай. 

Сылтырап аға Хәсән шишмәһеСылтырап аға Хәсән шишмәһе
Сылтырап аға Хәсән шишмәһе

Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы тау-урмандар ҡосағында урынлашҡан. Бында шишмәләр ҙә күп. Шуларҙың береһе – Хәсән шишмәһе – халыҡтың айырыуса яратҡан урын.

“Атайсал” проекты иғлан ителгәс, ошо ауыл кешеһе Хәлил Фәрүәев шишмәнең эргә-тирәһен төҙөкләндереү уйы менән яна башлай. Ауылдаштары уның теләген хуплап ҡаршы ала. Бергәләп бик ҙур эш башҡаралар.

Төҙөкләндерелгән шишмәне асыуға арналған тантанала Хәлил Ҡәҙим улы ҡатнашыусыларға былай тип мөрәжәғәт итте:

- Был – беҙҙең берҙәм хеҙмәт емешебеҙ. Саҡырыуҙы 178 кеше ҡабул итеп, изге эшкә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Тағы 41 кеше көн һайын ошонда ал-ял белмәй эшләне. Шишмәнең тыуған ауылынан ситтә йәшәүселәргә ҡәҙерле булыуы ҡыуандыра. Күптәр бында балалары менән килә, тимәк, шишмәне киләсәк быуындар өсөн һаҡларға тейешбеҙ.

Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында йәшәгән Рәүеф Бикмөхәмәтов шәхси хужалыҡ тота, ҡыҙы ла ошонда төпләнгән, улы – Бөрөлә.

- Тыуған ауылымда ҡалыуым менән бәхетлемен, - ти Рәүеф Бикмөхәмәтов. - Һуңғы бер нисә тиҫтә йылда ауыл ауыр ваҡыттар кисерҙе, әммә хәҙер бында тормош яңы төҫтәр менән балҡыны.  Ә «Атайсал» проекты беҙҙе тыуған төйәк өсөн файҙалы эштәргә илһамландырҙы.   Һәр кем шишмәне төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе, мин дә нимә менән ярҙам итергә тырыштым.  Хәҙер һәр кемдең ишек алдында тиерлек скважина булһа ла, шишмә – беҙҙең өсөн изге.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә Иҡсанова ла тыуған ауылында «Атайсал» проектын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашҡан. “Шишмәне төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт. Шишмәнән һыу алырға теләгән барлыҡ ҡунаҡтарыбыҙға шат буласаҡбыҙ”, - тине ул.

Сарала Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Танчулпан Бабичева ла ҡатнашты.

- Бөгөн һеҙҙең менән бергә булыуыма бик шатмын, - тине Танчулпан Бабичева, ауыл халҡына мөрәжәғәт итеп. - Бабичтар нәҫелен берләштергән ауыл – Наполеон һәм фашизмға ҡаршы көрәштә уны яҡлаған ысын батырҙар төйәге ул. Үҙ тамырҙарым тураһында мин өләсәйемдән белдем, ул Ҡыйғаҙытамаҡ ауылынан. Шишмәнең тарихын да беләм. Шишмәнең беҙҙе яңы эштәргә илһамландырыуын, ә ауылдың сәскә атыуын теләйем.

Рәсәй Һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы, шағирә Лариса Абдуллина Ҡыйғаҙытамаҡта тәүге тапҡыр 1994 йылда булыуы тураһында әйтте.

- Шул мәлдән алып ауылда булған үҙәгерштәргә хайран ҡалам, - тине ул. – Шулай уҡ әлеге үҙгәрештәрҙе булдырған кешеләргә һоҡланам. Ошо ваҡыт эсендә бында мәсет ишектәрен асты, Шәйехзада Бабич менән Кирәй Мәргән иҫтәлегенә таҡтаташтар ҡуйылды, Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды. Бында юлдар ҙа бик матур. Әле бына килеп, шишмә төҙөкләндерелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм шәхсән үҙемдең исемдән Хәлил Фәрвәевкә һәм ауыл халҡына рәхмәт еткерәм.  

Атайсалға файҙалы эштәр йылы дауам итә. әлбиттә, битараф булмағандар өсөн ниндәй йыл барыуы мөһим дә түгел, улар һәр ваҡыт файҙалы, изге эш ҡылырға әҙер. Ҙур булмаған ауылдағы сылтырап ағып ятҡан Хәсән шишмәһе лә – ошоға ныҡлы дәлил.

https://promishkino.ru

Сылтырап аға Хәсән шишмәһе
Сылтырап аға Хәсән шишмәһе
Сылтырап аға Хәсән шишмәһе
Сылтырап аға Хәсән шишмәһе
Сылтырап аға Хәсән шишмәһе
Сылтырап аға Хәсән шишмәһе
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас