

Башҡортостандан, Өфөләге Берҙәм логистик үҙәктән Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәгәндәр өсөн әлегә тиклем 38 йөк колоннаһы ебәрелде. Уларҙың дөйөм ауырлығы 2 542,0 тонна тәшкил итте.
Йөк составында сәнәғәт, мәктәп тауарҙары, хужалыҡ-көнкүреш әйберҙәре, түшәк кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш материалдары, ҡорамалдары, йылылыҡ изоляцияһы һәм башҡалар бар. Ебәрелгән сәнәғәт тауарҙарының ауырлығы 25 тоннанан ашыу тәшкил итә.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан ярҙамында Луганск Халыҡ Республикаһы Красный Луч районының Петровское ҡалаһындағы генерал-майор М. Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәп тергеҙелде. Бинаны ремонтлау өсөн 850 тоннанан ашыу төҙөлөш материалдары ебәрелде. Шулай уҡ ауырлығы биш тоннанан күберәк тартҡан йөктә дәреслектәр, мебель, парталар һәм башҡа мәктәп тауарҙары булды. Йәнә халыҡ өсөн 190 тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек ебәрелде.
Фото: bashinform.ru