Файҙалы эштәр йылы
2 Октябрь 2023, 03:00

Йосоп ҡоҙоғо төҙөкләндерелгән

Аҡъюл ауылы биләмәһендәге ауылдарҙа ҡоҙоҡтар төҙөкләндерелә, эргәһенә ағастар ултыртыла.

Йосоп ҡоҙоғо төҙөкләндерелгәнЙосоп ҡоҙоғо төҙөкләндерелгән
Йосоп ҡоҙоғо төҙөкләндерелгән

Хәйбулла районы Аҡъюл ауылы биләмәһенең социаль селтәрендә хәбәр ителеүенсә,  ошо көндәрҙә Йосоп ҡоҙоғон рәткә килтереү буйынса өмә уҙғарылған, ташын яңынан бурап, йорт урынлаштырылған.

"Йәшел Башҡортостан" акцияһы буйынса эргәһенә ағастар ултыртып, ваҡытлыса кәртәләнде, сүп-сарҙан таҙартылды.

Быйыл ауыл биләмәһендә ҡоҙоҡтарҙы һәм шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, өмәлә ҡатнашҡан барлыҡ ир -егеттәргә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.

Алда тағын төҙөкләндереү планына индерелгән шишмәләр бар. Шишмәләрҙе һаҡлайыҡ һәм тергеҙәйек", - тип хәбәр итә улар үҙҙәренең төркөмөндә.

Ә һеҙҙең яҡта шишмә, ҡоҙоҡтар ни хәлдә? Төҙөкләндереләме?

Фото һәм текст сығанағы: Аҡъюл ауыл биләмәһе

Йосоп ҡоҙоғо төҙөкләндерелгән
Йосоп ҡоҙоғо төҙөкләндерелгән
Йосоп ҡоҙоғо төҙөкләндерелгән
Йосоп ҡоҙоғо төҙөкләндерелгән
Йосоп ҡоҙоғо төҙөкләндерелгән
Йосоп ҡоҙоғо төҙөкләндерелгән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас