Файҙалы эштәр йылы
4 Октябрь 2023, 10:30

Һалдаттарға кейем тегәләр

Стәрлебашта ирекмәндәрҙең тегеү цехы уңышлы эшләй.

Һалдаттарға кейем тегәләрҺалдаттарға кейем тегәләр
Һалдаттарға кейем тегәләр

Район үҙәгендәге “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ” тип исемләнгән тегеү цехы етәксеһе, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Зифа Хәмиҙуллинанан эштең нисек башланып китеүе менән ҡыҙыҡһындыҡ.

–Был уй былтыр сентябрь айында барлыҡҡа килде. Яугирҙәргә ярҙамға кейемдәр тегеү идеяһын ҡыҙым тәҡдим итте. Тәүҙә ябай ғыналарына тотонғайныҡ. Аҙаҡ ирекмәндәр штабы менән берлектә эште дауам итеп алып киттек. Махсус бүлмә биргәс, тегеү машиналары алынғас, эш тағы ла алға китте.Яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр – йоҡо тоҡтары, толстовкалар, шапкалар, яҙға табан футолкалар тегә башланыҡ. Футболкаларҙы “Стәрлебаш районы” тигән яҙыу ҙа биҙәй, был да һалдаттарыбыҙға рух өҫтәр тигән ышаныстабыҙ.  Һуңынан госпиталдәргә түшәк кәрәк-ярағы тегеүгә күстек.Тегеүселәребеҙ күпселеге хаҡлы ялдағылар. Шулай уҡ өйҙә тегеүсе йәш әсәйҙәр ҙә бар. Бәләкәй балалары менән булһалар ҙа ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырышалар, – тип һөйләне Зифа Ғәбит ҡыҙы.

Тегеү машинаһында эшләп ултырыусы ханымдар менән дә һөйләшеү форсаты тейҙе. Стәрлебашта йәшәүсе, элекке медицина хеҙмәткәре, бөгөн хаҡлы ялда булған  Рәмзиә Ғәлимова ҡыштан алып тегеү цехына йөрөй.

– Яугирҙәребеҙгә ярҙам булһын тигән маҡсат менән эшләйбеҙ. Ярты ғына көнгә килһәк тә, байтаҡ ҡына эш башҡарып өлгөрәбеҙ. Оҙатып торабыҙ, кәштәләребеҙ ҡабаттан яңы тегелгән әйберҙәр менән тулалана. Изгелек ҡылыуыбыҙға үҙебеҙҙең дә күңел була.Теләгем – һуғыш тиҙерәк бөтһөн, яугирҙәр иҫән-һау ҡайтһын, – тине ул.

 Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас