

“Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы”на ярашлы, Хәйбулла районы китапханалар системаһының барлыҡ китапханалары республика һәм район гәзит-журналдарына яҙылыу кампанияһына теләктәшлек белдереп, үҙҙәренең кесе Ватаны - тыуған ауылдары китапханаларына республикала сыҡҡан гәзит- журналдарҙы яҙҙырған.
Афарин, Хәйбулла китапханасылары! Ысынлап та районда рухиәттең ҡәҙерен белгән, матбуғаттың көсөн аңлаған үҙ эшенең ысын оҫталары эшләй. Хәйбулла китапханасыларының изге ғәмәлен башҡалар ҙа күтәреп алыр һәм тыуған мәктәбенә, ауылына, китапханаһына берешәр дана булһа ла гәзит-журналдар бүләк итер, тигән ышаныста ҡалабыҙ!
Фото һәм сығанаҡ: Сәлимә Байгилдина