Файҙалы эштәр йылы
11 Ноябрь 2023, 09:00

60 банка тушенка – һалдаттарыбыҙға!

Этҡол ауылы халҡы яугирҙәрҙе хәстәрләй

60 банка тушенка – һалдаттарыбыҙға!60 банка тушенка – һалдаттарыбыҙға!
60 банка тушенка – һалдаттарыбыҙға!

Махсус хәрби операциялағы ир-егеттәр яҡташтарының ярҙамынан өҙөлмәй. Ишембай районының Этҡол ауылында йәшәүселәр ҙә даими гуманитар ылау оҙатып тора.  Был аҙнала ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары һалдаттарға тушенкалар эшләгән. Ауыл хакимиәте, ауылдың имам-хатибы Рәсүл Ғарифуллин ойошторған был изге бшланғысты этҡолдар әүҙем күтәреп алған.

-Ауыл халҡынан йыйылған аҡсаға ит алынды, ҡорбан итеп һарыҡ салыусы ла булды. Шуларҙан 50 банка тушенка эшләнек, бынан тыш  Фәүриә Йәрмөхәмәтова һәм Зилә Ғиззәтуллина апайҙар өйҙәрендә тушенка әҙерләп  килтерҙе, - тип һөйләне ауыл хакимиәтенең эштәргә идарасыһы Айһылыу Заһиҙуллина.

Этҡолдар тушенка менән генә сикләнмәгән. Башҡа төрлө күстәнәстәрҙе, кәрәк- яраҡтарҙы ла туплаған. Мәҫәлән, Вадим Килсурин бал алып килгән.

Фото: ауыл хакимиәтенән.

60 банка тушенка – һалдаттарыбыҙға!
60 банка тушенка – һалдаттарыбыҙға!
60 банка тушенка – һалдаттарыбыҙға!
60 банка тушенка – һалдаттарыбыҙға!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас