

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәрендә Күмертауҙағы йәмәғәт урындарын матурлау буйынса эш барышын ҡараны. Ҡала “Ваҡыт шкалаһы” проектын тормошҡа ашыра, ул 2021 йылда бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи тораҡтарҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп, федераль грант алыуға өлгәшкәйне.
Ҡаланың үҙәге танымаҫлыҡ булып күркәмләнгән, өй алдарынан йәйәүлеләр, велосипедсылар өсөн киң һуҡмаҡтар һуҙылған, фонтан, балалар майҙансығы, үҫмерҙәр өсөн майҙансыҡтар... Проекттың дөйөм хаҡы 200 млн һум тәшкил итә. Уны тормошҡа ашырыу ике этапҡа иҫәпләнгән һәм ул тамамланыу өҫтөндә.
Артабан 2024 йылға “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты сиктәрендә 15 миллион һумға өс йәмәғәтселек биләмәһен төҙөкләндереү ҡаралған.
- Беҙ Радий Фәрит улы менән Күмертауға йыш киләбеҙ. Бында бөтә йүнәлеш буйынса ла мөһим эштәр бара. Күмертау авиация предприятиеһында эшләнгән вертолеттарҙы бөтә донъяла беләләр. Яңыраҡ Ҡытайға рәсми делегация менән барғанда уларға вертолет һатыуға бәйле мәсьәлә лә ҡаралды. БАС-2000, пилотһыҙ осоу аппараттары ла был заводта етештерелә. Ҡаланың үҫешергә бөтә перспективаһы бар, - тине Андрей Назаров.
https://pravitelstvorb.ru/news/22280/