

“Ярҙам поезы” Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡабул итте
17 ноябрҙә “Ярҙам поезы” Стәрлетамаҡ ҡалаһында булды. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторҙарына, Башҡортостан Республикаһы министрлыҡтары һәм ведомстволары белгестәренә Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Ауырғазы райондары халҡы консультация һорап мөрәжәғәт итте. Бөтәһе 120-нән ашыу кеше ҡабул ителгән. 200 һорау эшкәртелгән. Уларҙың күпселеге урында уҡ хәл ителгән.
Стәрлетамаҡ - “Ярҙам поезы” акцияһы үткән бишенсе пункт. Ошоға тиклем белгестәргә 500-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән.
“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, акцияның төп маҡсаты – ветерандарға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам.
“Ярҙам поезы” быйыл октябрҙән эш башланы һәм киләһе йылдың февраленә тиклем дауам итәсәк. Төп маҡсаты - ветерандарға, ялдағы махсус хәрби операция яугирҙәренә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына хоҡуҡи, медицина- психологик ярҙам, реабилитациялау буйынса мөмкинлек. Артабанғы осрашыуҙарға “Ярҙам поезы” медицина һәм психологик бригаданы ла үҙҙәре менән алырға планлаштыра, сөнки күптәрҙең фонд филиалына килеү мөмкинлеге юҡ.
Граждандарҙы ҡабул итеү тамамланғас, Гөлнур Ҡолһарина район хакимиәтәре башлыҡтары һәм урынбаҫарҙары менән яугирҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен яҡлау буйынса актуаль мәсьәләләрҙе тикшерҙеләр. Сара барышында ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугиргә Генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы.
“Ярҙам поезы”ның икенсе ҡабул итеүе 1 декабрҙә Бөрө ҡалаһында уҙғарыла.
Фото: ”Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалы.