Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
5 Декабрь 2023, 20:00

Илгә һынау килгәндә, тик ятып булмай!

Бөгөн - ирекмәндәр көнө.

Илгә һынау килгәндә, тик ятып булмай!
Илгә һынау килгәндә, тик ятып булмай!

Был байрам йәмәғәтселек иғтибарын мохтаждарға түләүһеҙ ярҙам итеүгә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Һуңғы йылдарҙа уларҙың сафы тағы ла артты. Бер нисә йыл элек уға пандемия сәбәп булһа, хәҙер - махсус хәрби операция. “Илгә бындай һынау килгәндә, тик кенә ятып булмай, ярҙам итке килә”, - ти Мәләүез районынан “Илһам” вокаль ансамбле етәксеһе Зәйлә Әлмөхәмәтова. Ирекмәнлек менән шөғөлләнгән “илһам”дар Оборона министрлығының Приморье крайы мотоуҡсылар полкы командованиеһы исеменән Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Яңыраҡ улар бирсәткә, нәски бәйләү эшенә тотондо.

Мәрхәмәтлелек менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙы, атап әйткәндә, Татьяна Петровна Беляеваны осратып, күп итеп иләнгән еп алып ҡайта Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы һәм ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына таратып бирә. “Хатта Мотай ауылынан килеп алдылар. Роталағы 40 яугиргә күмәкләшеп нәски-бирсәткә бәйләп ебәрергә тип ниәт итәбеҙ”, - ти ул. Ҡул-аяҡтары өшөмәһен!
Смаҡ, Арыҫлан ауылы халҡы селтәр үрә. Шундай уҡ ирекмәндәр эше Иштуғанда, Һыртланда ойошторолған. Фермер Таһир Ханнанов 30 мең аҡса күсергән, востоктар ҙа селтәр үреү менән шөғөлләнә башлаясаҡ.

Афарин, яҡташтар, беҙ берҙәм булғанда еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

 

Илгә һынау килгәндә, тик ятып булмай!
Илгә һынау килгәндә, тик ятып булмай!
Илгә һынау килгәндә, тик ятып булмай!
Илгә һынау килгәндә, тик ятып булмай!
Илгә һынау килгәндә, тик ятып булмай!
Илгә һынау килгәндә, тик ятып булмай!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: