Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
5 Декабрь 2023, 18:55

Йәштәргә - торлаҡҡа сертификат

3 декабрҙә Мәскәүҙә  “Рәсәй” күргәҙмә-форумы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы көнө ойошторолдо, унда яңы өйләнешкән йәштәрҙең никах тантанаһы үтте.

Йәштәргә - торлаҡҡа сертификат
Йәштәргә - торлаҡҡа сертификат

3 декабрҙә Мәскәүҙә  “Рәсәй” күргәҙмә-форумы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы көнө ойошторолдо, унда яңы өйләнешкән йәштәрҙең никах тантанаһы үтте. Йәштәрҙең шаһиты ата-әсәләр, туғандар ғына булманы был иҫтәлекле көндә, ә күргәҙмәгә килгән һәр кем уларҙың ғүмер байрамын күҙәтә алды. Йәштәрҙең тыуған яғы - Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы хакимиәтенән вәкилдәр ҙә килгәйне. Яңы ғаиләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Каринэ Хәбирова ҡотланы.

Улар йәш парға торлаҡ сертификаты тапшырҙы, ә ойоштороусылар Мәскәү буйлап сәйәхәткә саҡырҙы. БР Башлығы хакимиәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, туй башҡорт йолаһын үтәп башҡарылды.

- Беҙ төбәк етәксеһе яғынан бындай иғтибар көтмәгәйнек, бик шатландырҙы һәм илһамландырҙы, - ти йәштәр. – Хәҙер беҙҙең иңдә ҙур яуаплылыҡ ята – беҙ республика ғорурланырлыҡ ысын ғаилә булырға һәм ата-бабаларҙың династияһын лайыҡлы дауам итергә тейешле.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 3 декабрь Мәскәүҙә “Рәсәй” форум-күргәҙмәһе сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы көнө үткәрелде. Күргәҙмә 12 апрелгә тиклем дауам итә.

Мәғлүмәт һәм фото: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2023-12-03/na-vystavke-rossiya-v-moskve-molodozhyonam-iz-bashkirii-podarili-sertifikat-na-kvartiru-3549980

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: