Файҙалы эштәр йылы
13 Декабрь 2023, 13:45

Туймазылар "Атайсал" проектында әүҙем ҡатнаша

Туймазы нефть үткәргес идаралығы Собханғол ауылы мәктәбенә йылдар дауамында даими ярҙам күрһәтә

Туймазылар "Атайсал" проектында әүҙем ҡатнашаТуймазылар "Атайсал" проектында әүҙем ҡатнаша
Туймазылар "Атайсал" проектында әүҙем ҡатнаша

Туймазы районының илһөйәрҙәре тыуған ерҙәренә әүҙем ярҙам итә. Мәғлүм булыуынса, “Атайсал” республика проекты буйынса улар 350-нән ашыу изге эште ғәмәлгә ашырған.

Был проектҡа район предприятиелары ла әүҙем ҡушылған. Мәҫәлән, “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең филиалы – Туймазы нефть үткәргес идаралығы Собханғол ауылы мәктәбенә йылдар дауамында даими ярҙам күрһәтә. Быйыл предприятие мәктәп ашханаһын ремонтлаған.

–Быйыл мәктәп ашханаһындағы биналарҙы ремонтланылар - плитәне алмаштырҙылар, стеналарҙы буяп, яңы ишектәр ҡуйҙылар, аҙыҡ-түлек блогында елләтеү системаһын яңырттылар, - тип уртаҡлашты Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә.


Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/ataysalrb

Туймазылар "Атайсал" проектында әүҙем ҡатнаша
Туймазылар "Атайсал" проектында әүҙем ҡатнаша
Туймазылар "Атайсал" проектында әүҙем ҡатнаша
Туймазылар "Атайсал" проектында әүҙем ҡатнаша
Туймазылар "Атайсал" проектында әүҙем ҡатнаша
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас