Файҙалы эштәр йылы
14 Декабрь 2023, 12:00

Ишбирҙелә - "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге асылды

Барлыҡ сығымды шәхси эшҡыуар Радик Иҙелбаев үҙ өҫтөнә алған

Ишбирҙелә -  "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге асылдыИшбирҙелә -  "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге асылды
Ишбирҙелә - "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге асылды

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге файҙаланыуға тапшырылған. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.

"Ишбирҙе халҡы оло ҡыуаныс кисерә – бында "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге файҙаланыуға тапшырылды
Ауылдың оҫта ҡуллы ир-егеттәре - Азамат Кәримов, Иҙел һәм Айгиз Иҫәндәүләтовтар, Ғәзиз Иҙелбаев, Фирғәт Тулыбаев, ай ярым эсендә иҫке, емерелеп барған бинаны ремонтлап, матур итеп эшләп ҡуйғандар.
Балаларға, ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ир-егеттәргә спорт, фитнес менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылған. Бильярд, өҫтәл теннисы ултыртылған. Шулай уҡ төрлө тренажер ҡорамалдары бар. Барлыҡ сығымды шәхси эшҡыуар Радик Иҙелбаев үҙ өҫтөнә алған. Һауыҡтырыу-спорт үҙәгенең асҡысы Иҙел Иҫәндәүләтовҡа тапшырылды.
Ишбирҙе ауылы халҡының ҡыуанысы менән уртаҡлашам. Бер ниндәй ҙә ауырлыҡҡа ҡарамай, шундай көсөргәнешле ваҡытта халыҡтың күңелен күтәреү, дәртләндереү, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында ҡалҡып сыҡҡан һауыҡтырыу-спорт үҙәге оҙаҡ хеҙмәт итһен",  -тип яҙған Фәнис Ғәбдрәшит улы.

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Ишбирҙелә -  "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге асылды
Ишбирҙелә -  "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге асылды
Ишбирҙелә -  "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге асылды
Ишбирҙелә -  "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге асылды
Ишбирҙелә -  "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге асылды
Ишбирҙелә - "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге асылды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас