

15 декабрҙә Баймаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров урам сауҙаһы майҙансығында булды һәм урындағы фермерҙар менән аралашты.
-Радий Фәрит улы, ошондай уңайлы майҙансыҡтар өсөн ҙур рәхмәт. Был урындар өсөн түләмәйбеҙ. Беҙгә үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлекте һатыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек был, - тип ҡыуанысын белдерҙе ауыл хужалығы продукцияһы һатыусылар.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡала урамдарында ошондай биш сауҙа нөктәһе барлығы тураһында һөйләне. Урындағы халыҡ өсөн был бик уңайлы.
-Бөтә ҡалаларҙа ла ошондай майҙансыҡтар булдырыу мөһим. Әлбиттә, һәр ерҙә төрлөсә эшләйҙәр. Иң мөһиме – үҙ баҡсаһында үҫтергәнде һатырға теләгән пенсионерҙар өсөн был урындар бушлай булыуы, - тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.