Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Декабрь 2023, 15:00

Үрнәктәрҙең үрнәкле етәксеһен ҡотланыҡ

15 декабрҙә “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе Рәмилә Мусина Саҡмағош районына командировкаға барған саҡта “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсында икенсе урын алған Саҡмағош районының Үрнәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәсимә Дамир ҡыҙы Зәйнетдинованы ҡотланы. Сара Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан "Башҡортостан" гәзитенең социаль төркөмөндә ойошторолғайны.

Үрнәктәрҙең үрнәкле етәксеһен ҡотланыҡ
Үрнәктәрҙең үрнәкле етәксеһен ҡотланыҡ

15 декабрҙә “Башҡортостан” гәзитенең дәүләт һәм сәйәсәт бүлеге мөдире Рәмилә Мусина Саҡмағош районына командировкаға барған саҡта “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсында икенсе урын алған Саҡмағош районының Үрнәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәсимә Дамир ҡыҙы Зәйнетдинованы ҡотланы. Сара Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан "Башҡортостан" гәзитенең социаль төркөмөндә ойошторолғайны.

Тәбрикләү сараһында Саҡмағош район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалиев ҡатнашты.

– Рәсимә Дамир ҡыҙы бик әүҙем етәксе. Үрнәк - ауылдар һәм кеше һаны буйынса ла беҙҙең районда иң ҙур биләмәләрҙең береһе. Хәл итәһе мәсьәләләре лә элек-электән байтаҡ ине. Халыҡ юл һорауын күтәрә, бөгөн ул да яйлап төҙөлөп килә. Клубта ремонт эшләнде, мәсет ҡоймалары яңыртылды, парк бик матур итеп төҙөкләндерелде. “Һәр кем файҙалана алырлыҡ спорт” проектын тормошҡа ашырыуҙа яҡташыбыҙ Фәрит Хөрмәтулла улы Ғиндуллин да ярҙам күрһәтте. Көҙ Аблайҙа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Ысынлап та, байтаҡ эштәр башҡарылды. Әлбиттә, ғәмәлгә ашыраһы эштәр әле лә күп. Халыҡ унда бик талапсан, шулай булғас, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы ла шулай булырға тейеш. Бөгөн Рәсимә Дамир ҡыҙы халыҡ менән уртаҡ тел тапты, үҙенә тапшырылған ауыл биләмәһендәге тормошто яҡшыртыу өсөн бар көсөн һала, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Еңеүе менән ҡотлайым, артабанғы эшмәкәрлегендә уңыштар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс һәм энергия, бәләкәй Ватанды үҫтереүҙә яңы идеялар теләйем, - тине Реканс Фәнил улы.

Осрашыу барышында “Атайсал” проектын тормошҡа ашырыу барышы, шулай уҡ матбуғатҡа яҙылыу мәсьәләләре тураһында ла һөйләшеү булды.

Рәсимә Дамир ҡыҙы 2019 йылдан был ауылда хакимиәт башлығы булып эшләй. Ул етәкселек иткән Үрнәк ауыл хакимиәте биләмәһе Саҡмағош районында иң ҙурҙарҙан һанала, уның эсенә һигеҙ ауыл инә. Халҡының дөйөм иҫәбе – ике мең самаһы. Хакимиәт биләмәһендә ике урта мәктәп, дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункт, ике ауыл мәҙәниәт йорто, ике ауыл клубы, ике почта бүлексәһе эшләй. Бында халыҡ берҙәм һәм тырыш. Ошо төбәктән бихисап билдәле шәхестәр сыҡҡан. Улар араһында Пугачев көрәштәше Ҡәнзәфәр Усаев, яҙыусы Әкрәм Вәли, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, опера йырсыһы Мәғфүрә Сәлиғәскәрова, медицина фәндәре докторы, табип-офтальмолог Ғабдулла Ҡоҙаяров, Саҡмағош районы башлығы Реканс Ямалиев, Өфө ҡалаһының  элекке  башлығы Өлфәт Мостафин, велоспорт буйынса донъя чемпионы Айгөл Гәрәева, генерал-майор Мансаф Ғәлиев һәм башҡалар бар.

Әлеге ваҡытта ла был ауылдар тулы ҡанлы тормош менән йәшәй, мәғариф, мәҙәниәт усаҡтары, медицина учреждениелары тотороҡло эшләй, мәҙәни һәм спорт саралары даими үткәрелә. Ғөмүмән, һәр йәһәттән уңған һәм булдыҡлы саҡмағоштарҙың даны республикала ғына түгел, тотош  Рәсәй кимәлендә таралған.

Фото: Саҡмағош район хакимиәтенән.

 

Үрнәктәрҙең үрнәкле етәксеһен ҡотланыҡ
Үрнәктәрҙең үрнәкле етәксеһен ҡотланыҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: