Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
20 Декабрь 2023, 13:00

Баҡалыла селтәр үреү цехы эшләй

Һәр туҡыма киҫәгенә  йөрәк йылыһын ҡуша, яугирҙәргә иҫәнлек теләй ҡатын-ҡыҙҙар...

Баҡалыла селтәр үреү цехы эшләй
Баҡалыла селтәр үреү цехы эшләй

Район халҡы яугирҙәргә маскировкалау селтәрҙәре үреү эшенә тағы ла әүҙемерәк тотондо, тип яҙа “Бакалинские зори” гәзите.  Мөһим эште башлап йөрөүсе Гөлнара Нәжипова әйтеүенсә, ирекмәндәр, учреждение, предприятие хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандар буш ваҡыттарында бергә йыйылып, дәррәү эшкә тотона.

 Районда селтәр үреү буйынса бер нисә пункт ойошторолған. Ауылдаштар махсус хәрби операцияла  еңеү хаҡына лайыҡлы өлөштәрен индерергә тырыша. Берәүҙәр туҡыманы буйға киҫә, икенселәр  таҫмаларҙы бәйләй. Һәр туҡыма киҫәгенә  ҡатын-ҡыҙҙар йөрәк йылыһын ҡуша, яугирҙәргә иҫәнлек теләй, селтәрҙең уларҙы дошман утынан һаҡлауына өмөт тота.

– Улар беҙҙе һаҡлай, ә беҙ – егеттәребеҙҙе. Һәр көн еңеүҙе яҡынайтыу өсөн эшләйбеҙ, күңелебеҙ менән беҙ ҙә яу ҡырында, улдарыбыҙҙың һәм ейәндәребеҙҙең тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуы тураһындв хыялланабыҙ, – ти ауылдаштар.

Гөлнара Нәжипова әйтеүенсә, халыҡтан йыйылған аҡсаға йөҙ селтәр үрерлек бубликтар һатып алынған, ә бер бубликта 350 метр туҡыма. Бер аҙна эсендә “Максети Щит-Бакалы” цехында уларҙы  станок аша  үткәргәндәр. “Кемдең мөмкинлеге бар, оҫтаханаларҙың ишеге һәр кемгә асыҡ! Ватанды һаҡлаусы егеттәребеҙгә ҡулдан килгән  ярҙамды күрһәтәйек”, ти Баҡалының әүҙем халҡы. Цех “Беҙҙең ваҡыт” Йәштәр үҙәгендә урынлашҡан.

Фото: https://bakalzori.ru/articles/godpoleznihdel/2023-12-17/zhiteli-bakalinskogo-rayona-vsyo-aktivnee-vklyuchayutsya-v-protsess-izgotovleniya-maskirovochnyh-setey-3570041

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: