Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
22 Декабрь 2023, 19:30

Радий Хәбиров Туймазы районындағы “Риапласт” производство майҙансығында булды

Республика етәксеһе Туймазыла сәнәғәт производствоһының яҡшы темптар менән үҫешеүен һәм эшҡыуарҙар берләшмәһенең район хакимиәте ярҙамында үҙҙәрен әүҙем күрһәтеүен билдәләне.

Радий Хәбиров Туймазы районындағы “Риапласт” производство майҙансығында булды
Радий Хәбиров Туймазы районындағы “Риапласт” производство майҙансығында булды

22 декабрҙә Туймазы районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төмәнәк ауылындағы “Риапласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең производство майҙансығында булды.Төбәк башлығы теген цехы төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты.

”Риапласт” компанияһының генераль директоры Ринат Шәйҙуллин билдәләүенсә, предприятие, дөйөм алғанда, бөртөклө материалдар һәм аҙыҡ продукцияһы өсөн төргәктәр эшкәртеү һәм етештереүгә махсуслашҡан. Продукция  ассортименты – аҙыҡ-түлек һәм төҙөлөш материалдарын һаҡлау һәм транспортировкалау  өсөн тәғәйенләнгән йомшаҡ контейнерҙар. Продукцияға Рәсәйҙә лә, сит илдә лә ихтыяж бар – ул Ҡаҙағстанға һәм Үзбәкстанға экспортлана.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров производствоны ҡараны һәм төҙөлөш барған яңы корпустың презентацияһы менән танышты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Риапласт” Туймазы компанияһының яңы производство цехын төҙөү буйынса проект  2020 йылда “Сәнәғәт сәғәтендә” ҡаралғайны. Дәүләт ярҙамы булараҡ предприятиеға льготалы шарттарҙа ер майҙаны бүленгән.

Ринат Шәйҙуллин әйтеүенсә, инвестицияның дөйөм күләме 100 млн һумдан ашыу. 2023 йыл аҙағына бер нисә производство бинаһы, ә 2024 йылда корпус тулыһынса асыла.

Республика етәксеһе Туймазыла сәнәғәт производствоһының яҡшы темптар менән үҫешеүен һәм эшҡыуарҙар берләшмәһенең район хакимиәте ярҙамында үҙҙәрен әүҙем күрһәтеүен билдәләне.

Сығанаҡ һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/173248.html

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: