Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
24 Декабрь 2023, 12:00

Халыҡ үҙе тауыш бирҙе...

Район халҡы элек-электән ярҙамсыл, берҙәм булыуы менән дан алған

Халыҡ үҙе тауыш бирҙе...
Халыҡ үҙе тауыш бирҙе...

Күгәрсен районы халҡы “Иң берҙәм ауыл биләмәһе” конкурсы ойоштороп һәм унда  әүҙем ҡатнашып, иң уңған, иң өлгөр ауыл биләмәләренә тауыш бирҙе.  Район халҡы элек-электән ярҙамсыл, берҙәм булыуы менән дан алған. Бергәләп өмәләр үткәреү тиһеңме, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар  ярҙам туплау тиһеңме – улар һәр саҡ алда, тип яҙа “Кугарчинские вести”.

 Яҡташтар күпселек тауыш  менән Күгәрсен ауыл  советын (ауыл биләмәһе башлығы Айрат Шәрипов) “Иң берҙәм ауыл биләмәһе” тип билдәләне. ГТО нормативтарын тапшырыуҙа ла, үҙешмәкәрлектә лә, йәмәғәт эштәрендә лә уларға еткән биләмә юҡ,  тип иҫәпләй райондаштар. Икенсе урынға – Мәҡсүт  (башлығы Әхмәтйән Вәлитов), өсөнсө урынға Ялсы  ауыл советтары ( башлығы Ирек  Юдаев) лайыҡ булды.

Еңеүселәрҙе ҡотлап, уларға яңы йылда өр-яңы уңыштар һәм ынтылыштар, көс-дәрт теләйбеҙ!

 Фото: https://vk.com/gazetakugarchinskievesti

Халыҡ үҙе тауыш бирҙе...
Халыҡ үҙе тауыш бирҙе...
Халыҡ үҙе тауыш бирҙе...
Халыҡ үҙе тауыш бирҙе...
Халыҡ үҙе тауыш бирҙе...
Халыҡ үҙе тауыш бирҙе...
Халыҡ үҙе тауыш бирҙе...
Халыҡ үҙе тауыш бирҙе...
Халыҡ үҙе тауыш бирҙе...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: