Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
24 Декабрь 2023, 18:00

Ватанды яҡлаусыларға арналды

Иң яҡшы уйынсылар кем?

Ватанды яҡлаусыларға арналды
Ватанды яҡлаусыларға арналды

Борайҙа волейбол буйынса “Изге эштәр кубогы” тип аталған хәйриә турниры үтте. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм Башҡортостан Республикаһының Конституция көнөнә арналды.  Унда Дүртөйлө ҡалаһы һәм Борай, Ҡалтасы райондары ауылдары командалары көс һынашты, тип яҙа “Бураевские вести”.

Ярышта ҡатнашыусыларҙы район хакимиәтенең физик куьтура һәм йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек начальнигы Салауат Муллағәлиев һәм Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр ветераны Илгиз Вәлинуров сәләмләне.

Көсөргәнешле ярыштарҙан һуң Дүртөйлө командаһы еңеү яуланы, Ҡалтасы ауылы спортсылары һәм Борай ауылының “Танып” командаһы икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. Командалар грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Шулай уҡ иң яҡшы уйынсылар ҙа билдәләнде. Бына улар: Ҡалтасынан Валерий Ғәлиәхмәтов, Борайҙан Илдар Дәүләтгәрәев, Дүртөйлөнән Рөстәм Ғәзетдинов.

 

 

Маргарита Ғимазетдинова фотолары.

 

 

Ватанды яҡлаусыларға арналды
Ватанды яҡлаусыларға арналды
Ватанды яҡлаусыларға арналды
Ватанды яҡлаусыларға арналды
Ватанды яҡлаусыларға арналды
Ватанды яҡлаусыларға арналды
Ватанды яҡлаусыларға арналды
Ватанды яҡлаусыларға арналды
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: