Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Декабрь 2023, 11:00

Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән

Александр Дырнаев апрелдән үк был яңы проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй башлай

Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән
Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән

Яңы йыл алдынан Баҡалы районының Иҫке Илек ауыл клубының яңыртылған бинаһын ишектәрен асты. Был тантаналы сараланың төп өлөшө тамаша залында үтте – ул тулыһынса ремонтланған, заманса ҡорамалдар, сәхнә кейеме менән йыһазландырылған.

– Мордва халҡының мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау маҡсатында, ауыл клубы базаһында мордва үҙәге эшен ойоштороу планлаштырыла. Һис шикһеҙ, был матур, заманса бина рухи камиллашыуға хеҙмәт итер, кешеләрҙең күңелдәренә яҡыныңа һөйөү сәсер, мәҙәниәт усағы һәм күпләп ял итеү урыны булыр, тип ышанам.

Ауыл халҡы яҡташы Александр Дырнаевҡа был күләмле проектты тормошҡа ашырғаны өсөн бик рәхмәтле. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән Бәләкәй Ватан өсөн файҙалы эштәр йылында бындай проекттар айырыуса көнүҙәк, – тип уртаҡлашты Баҡалы район хакимиәте башлығы Олег Ефимов.

Александр Николаевич үҙенең тыуған ауылын – Иҫке Илек ауылын бик ярата. Һәр ваҡыт яҡташтарына йылы һүҙ менән дә, аныҡ эштәр менән дә ярҙам итә. Быйыл апрелдән ул был яңы проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй башлай – Атайсалында элекке клуб бинаһын шәхси ҡалдарҙан һатып алып, уға капиталь ремонт эшләткән. Шулай уҡ бында магазин һәм ярымфабрикаттар етештереү цехы урынлашҡан, тимәк, өҫтәмә эш урындары. Доға ҡылыу бүлмәһе йыһазландырылған.

Ауыл клубы асылыуға киткән барлыҡ сығымдарҙы Александр Дырнаев үҙе ҡаплаһа, унда рухи мөхит тыуҙырыуға ауылдаштары һәм Яңы Илек ауылынан килеп эшләгән Вера менән Николай Игушиндар тос өлөш индерә. Улар бинаны темаға ярашлы биҙәй, музейға әйберҙәр туплау эшен алып бара, клубты тантаналы асыу концертын ойоштора.

– Александр Николаевичҡа беҙ ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Ул беҙгә кәрәк әйберҙәр менән тәьмин итте, тәү сиратта аҡсалата ярҙам күрһәтте. Хеҙәр ауыл клубы тирә-яҡҡа йәм биреп, ауылдаштарҙы туплап тора, – тип белдерҙе Вера Игушина.  

Район хакимиәте ауыл клубы өсөн бюджет иҫәбенә штат булдырған. Был иһә Иҫке Илектә мәҙәниәт тормошоноң туҡтамай алға барыуына, рухи-мәҙәни үҫешенә булышлыҡ итәсәк.

Изгелек эшләргә бер ҡасан да һуң түгел, һеҙҙә "Атайсал" проектында ҡатнаша алаһығыҙ

Фото: Баҡалы район хакимиәтенән. 

Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән
Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән
Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән
Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән
Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән
Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән
Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән
Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән
Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән
Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән
Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән
Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән
Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән
Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән
Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән
Тыуған ауылына ҙур бүләк эшләгән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: