Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Декабрь 2023, 21:10

Тирлән ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды

28 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш тәртибендә Белорет районының Тирлән ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһында ҡатнашты.

Тирлән ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды
Тирлән ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды

28 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш тәртибендә Белорет районының Тирлән ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһында ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2018 йылдың декабрь айында Белорет районына эш сәфәрендә республика етәксеһе Радий Хәбиров Тирләндә 1938 йылғы бинала урынлашҡан мәҙәниәт йортона алмашҡа күп функциялы мәҙәниәт үҙәге төҙөргә күрһәтмә биргәйне.

Яңы ике ҡатлы бинаны “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы төҙөгәндәр. Эште 2021 йылда башлағандар. Уның дөйөм майҙаны 3,2 мең квадрат метр тәшкил итә. Беренсе ҡатта китапхана, күргәҙмә зонаһы, гардероб, касса, гример һәм костюм бүлмәләре, 300 урынлыҡ тамаша залы, заманса яҡтылыҡ һәм тауыш ҡорамалдары менән йыһазландырылған сәхнә урынлашҡан. Икенсе ҡатта – 130 урынлыҡ балалар сәнғәт мәктәбе, тауыш яҙҙырыу студияһы, тренажер залы, санузеллы кейенеп-сисенеү, яҡтылыҡ һәм тауыш операторҙары бүлмәләре. Бинала йөк һәм пассажирҙар лифты ҡуйылған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тирлән халҡын яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылыу менән ҡотланы һәм ауыл халҡының мәҙәни ялын ойоштороу өсөн яңы мөмкинлекте әүҙем ҡулланыуҙарын теләне.

Республика етәксеһе шулай уҡ XVIII быуатта эшләгән Тирлән металлургия заводының объекттарын төҙөкләндереү буйынса пландары тураһында һөйләне.

- Башҡортостанда XVIII-XIX быуаттарҙа эшләгән барлыҡ иҫке заводтарҙы тергеҙеү буйынса планлы эш алып барабыҙ. Тирләндә лә уны тәртипкә килтерәсәкбеҙ һәм бында яҡшы туристик үҙәк булдырасаҡбыҙ, - тине ул.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова район мәҙәниәт йорто директоры Әлиә Вәлиеваға үҙәктең символик асҡысын тапшырҙы һәм ижади коллективты яңы йорттары менән ҡотланы.

Видеобәйләнеш аҙағында Башҡортостан Башлығы бәләкәс балаларға бүләк яһаны – уларҙы Өфөгә реставрациянан һуң яңы асылған Ҡурсаҡ театрына саҡырҙы.

Фото һәм сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/173732.html

 

Тирлән ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды
Тирлән ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: