Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
13 Ғинуар , 12:15

“Ярҙам поезы” эшен яңыртты

Был юлы Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары, Краснокама, Ҡалтасы райондары халҡы үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә алды. Барлығы 800 мөрәжәғәт булған.

“Ярҙам поезы”  эшен яңыртты
“Ярҙам поезы” эшен яңыртты

2024 йылда “Ярҙам поезы” Нефтекамаға килде. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды һәм “Башҡортостан” республика МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәге башланғысындағы был акцияның маҡсаты – махсус хәрби операция ветерандарына, ҡатнашыусыларына, уларҙың ғаиләләренә  консультация ярҙамы күрһәтеү.

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалына министрлыҡ, ведомство белгестәре ярҙам күрһәтә. Был юлы Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары, Краснокама, Ҡалтасы райондары халҡы үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә алды. Барлығы 800 мөрәжәғәт булған. Ҡайһы бер мәсьәләләр ҡарауға алынған, ҡалғандарына төплө яуап бирелгән.

“Беҙҙең белгестәр – юридик хеҙмәттәр, психологтар, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре теләгән һәр кемде ҡабул итте.15 процент мөрәжәғәт артабан ҡарауға ҡалдырылды, ҡалғандары урында хәл ителде. ”Ярҙам поезы” 16 февралгә тиклем дауам итә, тағы бер нисә район һәм ҡалала  булабыҙ. Был акция кәрәк, сөнки бөтәһе лә Өфөгә килә алмай. Ә бында урында бер нисә йүнәлеш буйынса квалификациялы ярҙам алырға мөмкин”, - тине “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. Ул шулай уҡ Нефтекамала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаиләләренең ярҙам үҙәгендә булды. Бында “берҙәм тәҙрә”  тәртибендә яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары ирекмәндәр, консультация, юридик ярҙам ала ала. Шулай уҡ бында үҙҙәре ярҙам итергә теләгән ойошмалар һәм айырым кешеләр ҙә мөрәжәғәт итә.

Артабан “Ярҙам поезы” 19 ғинуарҙа Дүртөйлө районында ҡабул итә.

Фото: Башҡортостан Республикаһы “Ватанды һаҡлаусылар” фонды.

“Ярҙам поезы”  эшен яңыртты
“Ярҙам поезы”  эшен яңыртты
“Ярҙам поезы” эшен яңыртты
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: