Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
17 Ғинуар , 13:00

Шәмен дә, селтәрен дә эшләйҙәр, ойоҡбаш та бәйләйҙәр

Уңған ҡатын-ҡыҙҙар ярҙамды туҡтатмай.  

Шәмен дә, селтәрен дә эшләйҙәр, ойоҡбаш та бәйләйҙәр
Шәмен дә, селтәрен дә эшләйҙәр, ойоҡбаш та бәйләйҙәр

Ишембай районының Алаҡай ауылында йәшәүсе гүзәл заттар махсус хәрби операциялағы егеттәр тураһында даими хәстәрлек күрә.

Ошо көндәрҙә  улар 11-се маскировкалау селтәрен үреп бөткән. Яңы материал килгәнсе башҡа эшкә – окоп шәмдәрен яһарға керешкәндәр. Бының өсөн алдан консерва банкалары йыйғандар, парафин әҙерләгәндәр.

Яңы йыл байрамдары осоронда ла гүзәл заттар һалдаттар тураһында онотмаған. Был көндәрҙә Алаҡай, Кинйәкәй, Скворчиха уңғандары күмәкләп йылы ойоҡбаштар бәйләгән.

-Барыһы 40-лап пар йөн ойоҡбаш бәйләп туплап ҡуйҙыҡ. Ҡышҡы һалҡындарҙа улар махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙе өшөтмәһен, тигән изге теләк менән бәйләнек , - ти үҙе лә бер нисә көн эсендә дүрт пар ойоҡбаш бәйләгән ауыл хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе лә улар буш оҙатмай. Махсус хәрби операцияға кәрәкле әйберҙәрҙе әҙерләп тора.

Бергә булғанда ғына ауырлыҡтарҙы еңеп булыуын аңлай был тарафта йәшәүселәр.

Фото: Ауыл хакимиәте архивынан.

 

 

Шәмен дә, селтәрен дә эшләйҙәр, ойоҡбаш та бәйләйҙәр
Шәмен дә, селтәрен дә эшләйҙәр, ойоҡбаш та бәйләйҙәр
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: