Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
20 Ғинуар , 18:30

Окоп шәмен эшләүҙең дә үҙ тәртибе бар

Смаҡайҙар уны эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтә.  

Окоп шәмен эшләүҙең дә үҙ тәртибе бар
Окоп шәмен эшләүҙең дә үҙ тәртибе бар

Ҡышҡы һалҡындарҙа махсус хәрби операциялағы егеттәргә окоп шәмдәре айырыуса кәрәк. Ул елдә һүнмәй, төтәмәй. Аҙыҡты йәки сәйҙе эҫетеү, бер аҙ йылынып алыу өсөн дә ярҙамы ҙур. Консерва банкаһы, ҡатырға, парафин ярҙамында окоп шәмдәрен яһап ебәреүселәр арабыҙҙа байтаҡ.

Ишембай районының Смаҡай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, ағинәйҙәре лә был изге эшкә әүҙем ҡушылды.  Шәмде  дөрөҫ итеп эшләй ҙә белеү мөһим.Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Фәүзиә Насырова уны яһауҙың  ҡайһы бер серҙәре менән уртаҡлашты:

-Консерва банкаларын алғанда яҡынса 200-400 мл күләмендәген һайлағыҙ. Бейек банкалар алыу отошло түгел, сөнки кислород аҙ килеүе һөҙөмтәһендә  парафиндың аҙаҡҡаса янып бөтмәүе мөмкин.Ҡулса менән асылған кукуруз, йәшел борсаҡ, тушенка, ҡуйыртылған һөт банкалары бик отошло.

Ҡулланыр алдынан этикеткаһын алыу, таҙартып йыуыу, яҡшылап киптереү мөһим. Банканың ситтәре осло икән банканың эске яғына ҡарай бөгөргә онотмағыҙ. Буялған прессланған ҡатырғалар тура килмәй, ябайын ҡарағыҙ. Уны уртаса тығыҙлыҡта итеп урарға кәрәк, сөнки тығыҙ итһәң, парафин яҡшылап ҡойолмай һәм шәмдәр яртылаш ҡына янасаҡ.

Парафинды иретеүҙең дә үҙ нескәлеге. Уны “һыу мунсаһында” ҡайнатабыҙ. Хәүефһеҙлек өсөн бик һаҡ эш итергә кәрәк. Парафин ҡайнау хәленә етһә, ҡойған саҡта ул күбекләнәсәк, ситкә сәсрәйәсәк, - тип ҡайһы бер серҙәрен әйтеп үтте.

Ә инде окоп шәмдәрен сифатлы итеп эшләргә өйрәнергә теләүселәргә Фәүзиә апай оҫталыҡ дәрестәрендә өйрәтә башлаған.

Фото: Фәүзиә Насированан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: