Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
31 Ғинуар , 22:10

Учалыла яңы хирургия корпусы төҙөлә

Уны асыуҙы 2025 йылға планлаштыралар.

Учалыла яңы хирургия корпусы төҙөлә
Учалыла яңы хирургия корпусы төҙөлә

Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия корпусын 2025 йылға төҙөп бөтөргә планлаштыралар.

31 ғинуарҙа Учалы районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия корпусы төҙөлөшөн барып ҡараны.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әлеге хирургия корпусы 1967 йылда төҙөлгән һәм бер тапҡыр ҙа ремонтланмаған. Ул заман талаптарына яуап бирмәй һәм медицина ярҙамын тейешле кимәлдә ойоштороуҙы тәьмин итә алмай.

5 мең квадрат метр майҙанды биләгән яңы өс ҡатлы бинала операция блогы, реанимация бүлексәһе, 24 койка-урынлыҡ палаталар, травмпункт, экспресс-лаборатория, ҡабул итеү һәм диагностикалау бүлектәре урынлашасаҡ.

Хирургия корпусын 2025 йылға асыуҙы планлаштыралар.

Мәғлүмәт һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/174646.html

Учалыла яңы хирургия корпусы төҙөлә
Учалыла яңы хирургия корпусы төҙөлә
Учалыла яңы хирургия корпусы төҙөлә
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: