Мәскәүҙәге “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумында “Сәләмәт Башҡортостан” аҙналығы дауам итә. Күргәҙмәгә килеүселәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы гастроэнтерологтарынан консультация ала, шулай уҡ белгестәрҙән кәүҙә ауырлығы индексын тикшертә, туҡланыу рационын тикшерә һәм шәкәр диабеты үҫешеү хәүефен иҫәпләтә ала.
- Бөгөн бында ике гастроэнтеролог ҡабул итә. Был ВДНХ-ла беҙҙең алдынғы белгестәрҙән консультация алырға уникаль мөмкинлек, - ти баш табиптың ойоштороу-методика эштәре буйынса урынбаҫары Динара Кулова.
Космолеттың эсендә ҡунаҡтарҙы республика дауаханаһы офтальмологы Элеонора Ғабдрахманова ҡаршы алды. Ул күҙҙәге ҡан баҫымын тикшерҙе һәм күҙҙәргә нисек итеп дөрөҫ гимнастика эшләргә өйрәтте.
Шулай уҡ бында дарыу үләндәре йыйып әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. “Йәшел сауҡалыҡ” һәм “Йоматау” шифаханалары хеҙмәткәрҙәре төрлө үҫемлектәрҙе әҙерләү буйынса кәңәштәр бирҙе, ҡунаҡтарҙың үҙҙәренә ромашка, һары мәтрүшкә, мелисса, энәлек, меңъяпраҡ үләндәрен яраштырып йыйылма эшләргә тәҡдим итте. Һуңыраҡ үҙҙәренә ял көндәренә ике кешелек бер нисә юллама уйнаттылар
“Толпар” шифаханаһы йомшаҡ уйынсыҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ класы үткәрҙе. Был шөғөл бәләкәйҙәрҙе лә, ололарҙы ла берҙәй ылыҡтырҙы.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23060/