2024 йылдың 15 ғинуарында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә халыҡҡа тауыш биреүҙә ҡатнашыуҙа ярҙам итеү өсөн доброволецтарҙы теркәү башланды. Проектта ҡатнашыу өсөн беренсе айҙа 40000-дән ашыу доброволец теркәлгән.
Башҡортостан Республикаһында ла был эш әүҙем бара – Добро.РФ порталында 2528 кеше теркәлгән дә.
Был проект төрлө йәштәге Рәсәй кешеһен ҡыҙыҡһындыра. Ғаризаны төрлө йәштәге төрлө өлкәлә эшләгән һөнәр эйәләре бирә ала. Быйыл проектта Октябрьскийҙан 83 йәшлек Әминә Закирова ла ҡатнаша.
Ирекмәндәрҙе теркәү 30 апрелгә тиклем дауам итә. 14 йәштән үткән һәр Рәсәй кешеһе ҡатнаша ала. Бының өсөн ДОБРО.РФ платформаһында (Уңайлы мөхит 2024 өсөн тауыш биреү) теркәлеү үтергә кәрәк. Доброволецтарҙы һайлап алыу, өйрәтеү, ойоштороу менән төбәк ирекмәндәр штабы эш итә. Һәр субъектта доброволецтарға төбәк дәртләндереү программаларын тәҡдим итәләр.
Белешмә. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты йыл һайын рәсәйҙәргә тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт киңлеге өсөн тауыш бирергә мөмкинлек аса. Проекттың төп маҡсаты – Рәсәйҙә муниципалитеттарҙың үҫешеүенә яңы һулыш биреү. Был проект нигеҙендә йәмәғәт урындары – яр буйҙары, парк, сквер, ял итеү урындары, урамдар, спорт майҙансыҡтары һ.б. - төҙөкләндерелә, шулай уҡ уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар Бөтә Рәсәй конкурсы проекттарында ҡатнаша. ”Уңайлы ҡала мөхите” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыу Рәсәйҙә 2030 йылға ҡала мөхитен бер ярым тапҡырға яҡшыртыуҙы күҙ уңында тота.
Сығанаҡ һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/23059/