Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
22 Февраль , 22:15

Хоккейға - 120 билет

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй “Бөтә ғаилә менән” ғаилә проекты ҡатнашыусылары федераль ойоштороусыларҙан ғына түгел, ә проекттың рәсми төбәк партнерынан да – автономиялы коммерция булмаған “Алға” патриот” https://vk.com/algapatriot ойошмаһынан да бүләктәр ала.

Хоккейға - 120 билет
Хоккейға - 120 билет

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй “Бөтә ғаилә менән” ғаилә проекты ҡатнашыусылары федераль ойоштороусыларҙан ғына түгел, ә проекттың рәсми төбәк партнерынан да – автономиялы коммерция булмаған “Алға” патриот” https://vk.com/algapatriot ойошмаһынан да бүләктәр ала.

Йыл башынан Өфөләге хоккей матчына иң әүҙем ғаиләләргә 120 билет бүленгән. Уны “Бөтә ғаилә менән алға” төбәк конкурсы сиктәрендә Бәйләнештә селтәрендәге үҙ битләүендә ҡатмарлы булмаған эштәрҙе үтәүселәр алған. Бөтәһе өсөн дә шундай шарт: эштәрен #всейсемьей #алгавсейсемьей #всейсемьей02 хэштэгтарын ҡуйыу.

“Континенталь хоккей лигаһы арҡаһында республика халҡының Өфөлә икенсе аҙнала үтәсәк хоккей матчтарына билет уйнатыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Һуңғараҡ еңеүселәргә тағы театр, кино, музей һәм башҡа урындарға билет бүләк итәсәкбеҙ. Төп приз - үҙебеҙҙәге шифаханаларҙың береһенә ғаилә юлламаһы”, тип һөйләне “Алға, патриот” спорт-патриотик үҙәге етәксеһе Ринат Хәбиров.

Стәрлетамаҡ районы Рощин ауылынан Әхмәровтарҙың күп балалы ғаиләһе хоккейҙа булған да инде. Улар, хәтерләһәгеҙ, “Туғандар - һөйөклөләр” форумында Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашҡайны. Рөстәм - мәҙәниәт йорто мөдире, Анна сәнғәт мәктәбендә завуч булып эшләй, вокал һәм фортепианонан дәрестәр бирә.

Дәүләкәндән Шабалиндар ғаиләһе “Бөтә ғаилә менән” федераль, төбәктәге “Бөтә ғаилә менән алға” проектында ла әүҙем ҡатнаша. Ғаиләлә 11 бала тәрбиәләнә. Улар спорт һәм ижад менән ныҡлап мауыға. Ғаилә башлығы Вячеслав Чечня хәрби хәрәкәттәр ветераны, балаларында ла тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә ата менән әсә.

“Бөтә ғаилә менән” ғаилә проекты - туғандар менән бергә күңелле итеп ваҡыт үткәреү, ниндәйҙер яңы шөғөлдө һынап ҡарау, күп бүләктәр алыу мөмкинлеге ул.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: