21 мартта Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнән Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәтте асты. Юл “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы төҙөлгән. Урында эштәр 2020 йылда башланғайны. Ул 1276 метр оҙонлоҡтағы тоннель төҙөүҙе (уны 1992 йылда уҡ һала башлайҙар), Өфө йылғаһы аша 2,7 километр оҙонлоҡтағы күперҙе һәм М-5-се федераль трассаһына тиклем 10 километрлыҡ автомобиль юлын үҙ эсенә алды.
Тантана башланыр алдынан төбәк етәксеһе Көнсығыш сығыу юлы проектында ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм республиканың Транспорт дирекцияһы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
– Был объектты Башҡортостан халҡы күптән көттө. Төҙөлөштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт. Тәү сиратта, әлбиттә, 1990 йылдарҙа яңы юл төҙөргә ҡарар иткән етәкселәргә, шулай уҡ Рәсәй Президентына рәхмәт, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Юлды асыу тантанаһында видеоэлемтә режимы аша Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин да сығыш яһаны.
– Оҙайлы төҙөлөштәрҙең береһен Президент Владимир Владимирович Путиндың ярҙамы, ил Хөкүмәтенең системалы эше ярҙамында республика менән берлектә тормошҡа ашыра алдыҡ, – тине ул.
Башҡортостандың логистик ҡеүәтен артабан үҫтереү өсөн М-12-се автомагистрален төҙөү сиктәрендә Дүртөйлө-Әсет автомобиль юлының 140 саҡрым оҙонлоҡтағы участкаһын төҙөйҙәр, тип өҫтәне Вице-премьер. Шулай итеп, Көнсығыш сығыу юлы менән бергә төбәк ике заманса транспорт объекты аласаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ сиратында Рәсәй Хөкүмәтенә республиканың транспорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса һөҙөмтәле берлектәге эше өсөн рәхмәт белдерҙе.
Яңы объекттың әһәмиәтен ВТБ банкы идараһы рәйесе, президент Андрей Костин да билдәләне.
Проектты тормошҡа ашырыуҙа ВЭБ.РФ дәүләт корпорацияһы ла ҡатнашты. Уның рәйесе Игорь Шувалов яңы автомобиль юлы төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү буйынса дәүләт корпорацияһының Проект финанслау фабрикаһы эшенең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
Көнсығыш сығыу юлын асыу менән төбәк халҡын “Росавтодор” федераль юл агентлығы урынбаҫары Игорь Костюченко ла ҡотланы.
Юлды асыу тантанаһынан һуң төбәк етәксеһе Көнсығыш сығыу юлы тоннеле аша үтте, һуңынан диспетчер бүлмәһен һәм түләү пунктын ҡараны. Шуныһын билдәләргә кәрәк: 2024 йылдың 1 апреленә тиклем трасса буйлап йөрөү бушлай буласаҡ. Артабан уның хаҡы еңел автомобилдәр өсөн төнгө һәм көндөҙгө ваҡытта 20 һәм 100 һум, йөк машиналары өсөн 50 һәм 250 һум тәшкил итәсәк.
Фото: glavarb.ru