Бөтә яңылыҡтар

Өфөләр ҡаланың йөҙөн булдыра

Киләһе йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләре өсөн тауыш биреү дауам итә.

Өфөләр ҡаланың йөҙөн булдыра
Өфөләр ҡаланың йөҙөн булдыра

Өфө халҡы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә 2025 йылда Бөтә Рәсәй тауыш биреү һөҙөмтәһендә төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һайлай ала.

Һайлауҙа 14 йәштән үткән һәр кем ҡатнаша. Бының өсөн 30 апрелгә тиклем ошо һылтанма аша үтеп, “Дәүләт хеҙмәттәре” аша теркәлергә, Өфө ҡалаһын һәм исемлектән оҡшаған объектты һайларға кәрәк. Шулай уҡ 02.gorodsreda.ru. сайтында тауыш бирергә мөмкин.

Быйыл тауыш биреүгә Өфөнөң барлыҡ райондарында, шул иҫәптән алыҫыраҡ ерҙәрҙә урынлашҡан 18 биләмә тәҡдим ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты ярҙамында Өфөлә ”Ҡашҡаҙан” паркы һәм С.А. Аксаков исемендәге баҡса реконструкцияланды, Йылы күлгә терәлеп ятҡан территория һәм Дан бульвары төҙөкләндерелде, Беренсе уҡытыусыға һәм Валериан Альбанов исемендәге скверҙар барлыҡҡа килде. Быйыл Башҡортостандың Урмансылар исемендәге паркты төҙөкләндереүгә тотоноу күҙаллана.

 

Фото: gorodufa.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: