Бөтә яңылыҡтар

“Атайсал” проекты тотош хәрәкәткә әйләнде

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте йортонда 2023 йылдың көҙөндә старт алып быйыл 27 апрелдә йомғаҡ яһалған III “Ватан көсө” республика форумын ойоштороуға һәм яҡтыртыуға ҙур өлөш индергән төрлө ведомство хеҙмәткәрҙәре билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре лә бар.

“Атайсал” проекты тотош хәрәкәткә әйләнде
“Атайсал” проекты тотош хәрәкәткә әйләнде

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте йортонда 2023 йылдың көҙөндә старт алып быйыл 27 апрелдә йомғаҡ яһалған III “Ватан көсө” республика форумын ойоштороуға һәм яҡтыртыуға ҙур өлөш индергән төрлө ведомство хеҙмәткәрҙәре билдәләнде. Улар араһында зоналарҙа һәм Өфөлә үткән форумдарҙа секциялар эшен ойошторған модераторҙар, үҙенең тыуған төйәгендә форумдың төп өлөшөн алып барыусылар, сараның барышын яҡтыртҡан журналистар бар ине. Йыйылыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тәбрикләне.

- Форумдың кимәле лә, йөкмәткеһе лә йылдан-йыл үҫә, камиллаша бара. Төрлө зоналарҙа үткәргәндә яңы форматтар эҙләнелеүе, ҡатнашыусыларҙың берләшеүе, шул уҡ ваҡытта улар араһында ниндәйҙер сәм барлыҡҡа килеүе һиҙелә. Был сара барышында тыуған төйәгенә ярҙам итеү теләге менән кешеләрҙең, ғөмүмән, йәмғиәттең берләшеүен күреү ҡыуаныслы. "Атайсал" сара булыуҙан уҙып, тотош хәрәкәткә әйләнде, - тип билдәләне Урал Таһир улы.

Ул 27 апрелдә үткән III “Ватан көсө” республика форумының айырыуса үҙенсәлекле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды:

- Башҡорт теленән халыҡ-ара диктанттың ошо көнгә тура килеүе форумға мәртәбә өҫтәне. Тағы шуныһы: быйылғы форумға кемдеңдер ҡушыуы буйынса килгән кешеләр булманы тиерлек.

Ул шулай уҡ быйылғы форумда журналистарҙың берҙәм команда булып эшләүен, форумды яҡтыртыуға ҙур өлөш индереүен айырып билдәләне.

- Бөгөн һеҙҙең лайыҡлы хеҙмәтегеҙгә рәхмәт әйтергә теләйбеҙ. Әлбиттә, бында форумды ойоштороуға һәм яҡтыртыуға өлөш индереүселәрҙең бер өлөшө генә ҡатнаша. Республика райондарында үткән зона форумдарын уҙғарыуға ҙур ярҙам күрһәткән хеҙмәткәрҙәргә, район гәзиттәре һәм телестудиялары журналистарына айырым рәхмәт! - тине үҙ сығышында Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары.

Бүләкләнеүселәр араһында “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре – фотохәбәрсе Айрат Нурмөхәмәтов, журналист Гөлдәр Яҡшығолова һәм редакцияның үҙ хәбәрсеһе Рәмил Мансуров та булды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: