Бөгөн “Рәсәй 1” матбуғат үҙәгендә “Ер көсө” III Төбәк-ара этномәҙәни илһөйәрлек фестивале үтәрелеүгә арналған матбуғат конференцияһы булып уҙҙы.
Был сараның маҡсаты, үҙенсәлектәре һәм әһәмиәте тураһында журналистар алдында “Ватанды яҡлаусылар” дәүләт фондының Бшҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостан дәүләт педагогия университетының “Башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге” етәксеһе Розалия Солтангәрәева, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалының психологик-педагогик мәғариф кафедраһы профессоры Вилә Баймырҙина, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк ижтимағи ойошмаһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Гөлфинә Юламанова һөйләне.
Фестивалдең маҡсаты – Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың этномәҙәни йолалаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен пропагандалау һәм уларҙың ижтимағи әһәмиәтен күтәреү. Байрамға килгән ҡунаҡтарҙы халыҡ имселәренең ярышы, кәсептәр йәрминкәһе, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, балалар өсөн уйындар һәм башҡа күп саралар көтә.
Фестиваль 22 июндә Ғафури районының Ташаҫты ауылы эргәһендәге Уҡлыҡая янында үтәсәк.
Автор фотоһы.