Сентябрҙә Башҡортостанда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ойошмалары тәрбиәләнеүселәре өсөн «Бала саҡты ҡайтарыу» проектының финалы үтә.
Башҡортостанға Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәренән 500-гә яҡын балалар йорто тәрбиәләнеүселәре килә. 27 июндә Өфөлә фестивалдең ойоштороу комитеты ултырышында әһәмиәтле проекттың йомғаҡлау сараларына әҙерлек тураһында фекер алыштылар. Кәңәшмәне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев үткәрҙе. РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың ҡушыуы буйынса үткәрелгән сарала баш федераль инспектор Алексей Касьянов, төбәктең яуаплы министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре ҡатнашты.
Быйыл балаларҙы фестивалдә «Оҫталар», «Бала саҡ йондоҙҙары», «Аҡыл палатаһы» конкурстары, спорт ярыштары, кулинар алыш, экскурсиялар һәм дискотекалар, баскетбол буйынса турнир, колледждарҙа һөнәри йүнәлеш биреү дәрестәренә барыу, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар, блогерҙар ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре көтә. Аҙаҡ республиканың үҙәк мәҙәни майҙансыҡтарының береһендә ҙур һәм сағыу концерт була. Конкурстарҙа һәм ярыштарҙа еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проекттың төп бурысы – һөнәри йүнәлеш, танып белеү, мәҙәни һәм спорт характерында үткәрелгән төбәк һайлап алыу һәм округ сараларына ошо категориялағы балаларҙы күберәк йәлеп итеү һәм һәр баланың потенциалын уңышлы үҫтереү өсөн шарттар булдырыу. Әлегә округ төбәктәренең фестивалендә ҡатнашыу өсөн иң һәләтле балалар араһында һайлап алыу конкурстары үтә.
Мәғлүмәт: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.