Бөтә яңылыҡтар

“Башҡорт ихаталары”: нимәне төҙөкләндерергә икәнен халыҡ үҙе билдәләй

Башҡортостанда башланғыстарҙы тәьмин итеү өсөн ете модель тормошҡа ашырыла: “Башҡорт ихаталары”, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү”, “Реаль эштәр”, “Ауыл хужалығында килемде генерациялаған проекттар”, “Беҙҙең ауыл”, “Мәктәп башланғыстары” һәм “Предуниверсарийҙар селтәрен үҫтереү буйынса проекттар” программалары.

“Башҡорт ихаталары”: нимәне төҙөкләндерергә икәнен халыҡ үҙе билдәләй
“Башҡорт ихаталары”: нимәне төҙөкләндерергә икәнен халыҡ үҙе билдәләй

Башҡортостанда башланғыстарҙы тәьмин итеү өсөн ете модель тормошҡа ашырыла: “Башҡорт ихаталары”, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү”, “Реаль эштәр”, “Ауыл хужалығында килемде генерациялаған проекттар”, “Беҙҙең ауыл”, “Мәктәп башланғыстары” һәм “Предуниверсарийҙар селтәрен үҫтереү буйынса проекттар” программалары.

Был программаларҙың тәүгеһе тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яңыраҡ шулай тип яҙҙы:

“Беҙ “Башҡорт ихаталары” программаһын дауам итергә булдыҡ. Уға ярашлы, быйыл 33 ҡала һәм районда 143 биләмә тәртипкә килтереләсәк. Ҡаҙнанан был маҡсатҡа миллиард һум бүленә. “Башҡорт ихаталары” – халыҡ тарафынан иң теләп ҡабул ителгән республика программаһы, ул 2019 йылдан алып ғәмәлгә ашырыла һәм шул осорҙа 1 326 ихата төҙөкләндерелде.  Быйылғы объекттарҙың күпселегендә эш башланған да инде”.

Уларҙың һөҙөмтәле булыуын ошо проекттарҙың уңышлы тормошҡа ашырыла барыуы ла раҫлай. Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә һәм муниципаль берәмектәрендә башланғыстарҙы тәьмин итеүҙе үҫтереү буйынса Башҡортостан тәжрибәһе илдең Финанс министрлығы әҙерләгән докладта йыл һайын уңышлы миҫал булараҡ билдәләнә.

Тәүге сиратта – төҙөкләндереү һәм юлдарҙың торошо

Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәрендә башланғыстар проекттарының торошо һәм үҫеше тураһында” тигән  парламент тыңлауҙары үткәрелде.   

“Тормош тәжрибәһе күрһәтеүенсә, беҙҙең халыҡ үҙе йәшәгән ауыл һәм ҡасабалағы йәки ҡалалағы “ауыртҡан” урындарҙы бик яҡшы белә һәм, барыһынан элек, биләмәнең инфраструктураһын үҫтереү менән ҡыҙыҡһына”, – тине парламент етәксеһе. – “Тауыш биреү һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, юлдарҙы ремонтлауға, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә һәм йәшелләндереүгә, балалар майҙансыҡтарын йыһазландырыуға өҫтөнлөклө иғтибар бирелә. Шулай уҡ беҙҙең граждандар социаль объекттарҙың – мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларының – торошон да күҙ уңынан ысҡындырмай. Урындағы халыҡ, ниндәй йүнәлештәрҙең өҫтөнлөклө булыуын күреп, көн тәртибен үҙаллы билдәләй”.

Ете модель – етеһе лә уңышлы

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Дәүләт төҙөлөшө һәм урындағы үҙидара буйынса комитеты рәйесе Владимир Нагорный парламент тыңлауҙарындағы сығышында башланғыстар проекттары буйынса федераль һәм республика ҡануниәтенә тәрән анализ яһаны. Уның тәҡдимдәре артабан йомғаҡлау документына, йәғни сараның рекомендациялар документына ла индерелде.

“Мәҫәлән, кредит ойошмалары Рәсәйҙең ҡаҙна системаһына башланғыстар буйынса түләүҙәрҙе күсергәндә комиссия хаҡы алмаҫҡа мөмкин”, – тине Владимир Нагорный. – “Башланғыстар проекттарын тормошҡа ашырғанда файҙаланылмай ҡалған аҡсаны урындағы ҡаҙнала һаҡлап ҡалырға тәҡдим итәм, ул сумма ошо ауыл йәки ҡасабалағы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә бик ярап ҡаласаҡ”.

Депутат билдәләүенсә, шәхси эшҡыуарҙарҙы һәм ойошмаларҙы башланғыстар проекттарында ҡатнашыуға ҡыҙыһындырыу ҙа маҡсатҡа ярашлы. Ул бындай проекттарҙы билдәләнгән ваҡыттан тыш та тормошҡа ашырыу механизмын камиллаштырырға тәҡдим итте.

Урындағы башланғыстар яҡланамы?

Башҡортостан финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская республиканың муниципаль берәмектәрендә ҡаҙнанан башланғыстарҙы тәьмин итеүҙең бөгөнгө торошо һәм уны үҫтереү юлдары тураһындағы доклад менән сығыш яһаны.

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы өсөн быйыл 600 миллион һум бүленгән. Конкурсҡа йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан 984 ғариза килгән. Комиссия шуларҙан 661 проектты һайлап алған, шул иҫәптән – ауыл һәм ҡасабаларҙан 438 һәм ҡала округтарынан 223 проект.

Светлана Малинская шулай уҡ ҡаҙнанан тәьмин ителгән башланғыстарҙың башҡа моделдәренә ярашлы тормошҡа ашырылған проекттар буйынса мәғлүмәттәрҙе лә хәбәр итте, бындай проекттарҙы республика ҡаҙнаһынан финанслау алдағы йылдарҙа ла дауам итәсәк, тип билдәләне.

Башланғыстарҙы ҡаҙнанан тәьмин итеү Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә алып барыла: әлеге парламент тыңлауҙарында Ырымбур өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы рәйесе урынбаҫары, урындағы үҙидара һәм дәүләт власы органдарының эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Александр Куниловский менән Свердловск өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышының төбәк сәйәсәте һәм урындағы үҙидараны үҫтереү комитеты рәйесе Михаил Зубарев үҙ парламенттарының ошо йүнәлештәге эш тәжрибәһен уртаҡлашты.

“Башҡортостан Республикаһының Фәнни-мәғариф үҙәге идарасы компанияһы” коммерцияға ҡарамаған акционерҙар ойошмаһы директоры Наталия Латипова мәктәптәрҙәге башланғыстарҙы ҡаҙнанан тәьмин итеү эшмәкәрлегенә ентекле туҡталып үтте. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙиндең сығышы ла мәктәп уҡыусыларының башланғыстарына арналды.

Йүнселлек өсөн йүнәлештәр күп

Быйыл ихата майҙансыҡтарын комплекслы төҙөкләндереү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыу тураһында Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һөйләне. Ә Рәсәйҙең Финанс министрлығы ҡарамағындағы Ғилми-тикшеренеү финанс институтының Башланғыстарҙы ҡаҙнанан тәьмин итеү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре Нина Филиппова ошондай сығымдар ярҙамында урындағы әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүҙең торошон анализланы.

“Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы” ассоциацияһының башҡарма директоры Марат Ғәлиуллиндың сығышы башланғыстарҙы ҡаҙнанан тәьмин итеү буйынса VIII Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтарына арналғайны. Ғафури районы муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ирина Небогатова ошо районда башланғыстар проекттарын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Парламент тыңлауҙары йомғаҡтары буйынса закондар сығарыу һәм башланғыс власть, урындағы үҙидара органдарына, шулай уҡ  “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы” ассоциацияһына, “Башҡортостан Республикаһының Фәнни-мәғариф үҙәге идарасы компанияһы” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған ойошмаһына тәҡдимдәр ҡабул ителде.

ФЕКЕР

Светлана МАЛИНСКАЯ,

Башҡортостан Республикаһының финанс министры вазифаһын башҡарыусы:

“Башҡортостан һуңғы бер нисә йыл рәттән граждандарҙы ҡаҙна процедураларына ылыҡтырыу, ҡаҙнаны туплауҙы һәм тотоноуҙы асыҡ итеү, халыҡтың бюджет һәм финанс грамотаһын яҡшыртыу эше менән әүҙем шөғөлләнә. Ҡаҙнанан башланғыстарҙы тәьмин итеү республиканың 2030 йылға тиклемге стратегияһына өҫтөнлөклө йүнәлеш булараҡ индерелгән.

Башланғыстарҙы ҡаҙнанан тәьмин итеүҙең иң киң проекты – “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы. Уға ихтыяж тотороҡло рәүештә үҫә бара. Конкурста һайлап алыуға бирелгән ғаризалар һаны һуңғы ун йылда 2014 йылдағы 116-нан 2023 йылға 1 024-кә еткән. Ошо уҡ ваҡыт арауығында проекттарҙың дөйөм хаҡы 82 миллион һумдан 889 миллион һумғаса күтәрелгән. Был йүнәлеште финанслау өсөн республика бюджетынан муниципалитеттарға 3,5 миллиард һум бирелгән. Тағы ла 1,7 миллиард һум ярҙамсы финанслау сифатында башҡа сығанаҡтарҙан бүленгән”.

 Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: