Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы уңышлы дауам итә. Һуңғы биш йылда республика ҡалалары һәм ҡасабаларында һигеҙ меңдән ашыу подъезд заманса талап ителгән хәлгә килтерелгән. Программаның төп маҡсаты – күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Радий ХӘБИРОВ,
Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
“Мин һәр саҡ кешенең кәйефе нисек барлыҡҡа килеүе тураһында әйтәм. Ул иртән торғас та бысраҡ подъезға сыға, ихатаға сыҡҡас бысраҡҡа аяҡ баҫа икән, тимәк, кәйефе лә булмаясаҡ. Ә бына стеналарына сәскәләр төшөрөлгән һәм һәйбәт яҡтыртылған подъезға сығыуы – башҡа хәл. Уңайлы мөхит тип аталған нәмәне булдырырға кәрәк.
(Өфө ҡалаһы һәм районы хакимиәттәре хеҙмәткәрәре өсөн кәңәшмәләге сығышынан, 2018 йылдың 8 ноябре).
Программа 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы тормошҡа ашырыла башланы. Ошо осорҙа дүрт медән ашыу күп фатирлы йорттоң подъездары яңыртылды, 2,7 мең лифт алмаштырылды. Был алдағы биш йылға ҡарағанда ике ярым тапҡырға күберәк. Эштәрҙе башҡарыуға, дөйөм алғанда, 22 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Ремонт респубдика һәм муниципалитеттар иҫәбенә алып барыла. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәр үҙ аҡсаһын тотонмай.
Быйыл ошо программаны тормошҡа ашырыуға 108 миллион һум йүнәлтелә, шуның 97 миллион һумы – республика ҡаҙнаһынан. Планда Өфө ҡалаһындағы, Иглин, Шишмә һәм Стәрлебаш райондарындағы 38 күп фатирлы йортҡа ҡараған 117 подъезды ремонтлау билдәләнгән.
“Контроль идаралығы миңә капиталь ремонт программаһының үтәлеше һөҙөмтәләре буйынса дүрт папка бирҙе. Күрәм – уның башында уҡ хаталарға юл ҡуйылған. 2019 – 2020 йылдарҙа түбәһе насарайған йорттарҙы ремонтларға алғандар, ә нигеҙҙәре нығытылмаған, тимәк, был ремонтланған бинаның күркәмлеге лә күҙгә салынмаясаҡ. Нигеҙ конструкциялары тейешле кимәлдә булғанда ғына подъезды матурайтырға тотонорға мөмкин”, – ти Радий Фәрит улы.
Павел САФОНОВ,
“Башҡортостан Республикаһының Төбәк операторы” фондының генераль директоры:
– Подъездарҙы капиталь ремонтлау төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыу менән генә тамамланамй әле, барыһы ла эстетикаға ярашлы булырға тейеш, эшләмәгән йәки хужаһыҙ сымдар алынһын, ҡалғаны кабель-каналдар эсенә һалынһын. Был эште ремонтсылар идарасы компания һәм элемтә операторҙары менән бергәләп үтәргә тейешле.
Комплекслы ремонт программаһына ярашлы башҡарылған бөтә эштәрҙе ошо йорттар йәшәгән кешеләр ҙә ҡатнашҡан комиссия ҡабул итеп ала. Бөтә әйтелгән иҫкәрмәләр төҙәтелмәй тороп, ҡабул итеү актына ҡул ҡуйылмай. Барлыҡ башҡарылған ремонт эштәренә биш йыллыҡ гарантия бирелә.
Фото: БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы.