19-20 сентябрҙә “Патриот” паркында “Күккә хәтлем үрелергә” исемле пилотһыҙ авиация системалары фестивале үткәрелде.
Фестиваль пилотһыҙ авиация системалары өлкәһендәге һөнөәмәндәрҙе һәм һәүәҫкәрҙәрҙе, йәштәрҙе, эксперттарҙы, ата-әсәләр йәмәғәтселеге һәм төбәк властары, фән һәм мәғариф учреждениелары вәкилдәрен берләштерҙе. Сентябрь-октябрҙә сара илдең 18 төбәгендә уҙғарыласаҡ, унда 30 мең самаһы кеше ҡатнашырға йыйына.
“Фестиваль Мәғариф һәм фән министрлығына һәм “Университет-2035” ойошмаһына йәштәрҙе перспективалы һәм әүҙем үҫә барған пилотһыҙ авиация системалары өлкәһе менән аңлайышлы һәм мауыҡтырғыс рәүештә таныштырыу мөмкинлеге бирә, – ти “Университет-2035” ректоры Вадим Медведев. – “Күккә хәтлем үрелергә” фестивале – “Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар” федераль проектын тормошҡа ашырыу алымдарының береһе".
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.