Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
12 Ноябрь , 19:35

Башҡортостан Ҙур этнографик диктант һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булды

Быйыл республикала 469 114 кеше ошо мөһим ваҡиғала ҡатнашып, Рәсәй халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте буйынса белемен тикшерҙе.

Башҡортостан Ҙур этнографик диктант һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булды
Башҡортостан Ҙур этнографик диктант һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булды

Башҡортостан Ҙур этнографик диктант һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булды

Башҡортостан -  1 - 8 ноябрҙә үткән «Ҙур этнографик диктант» халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһында алдынғы. Быйыл республикала 469 114 кеше ошо мөһим ваҡиғала ҡатнашып, Рәсәй халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте буйынса белемен тикшерҙе. “Халыҡтар күп, ил берәү!” лозунгы аҫтында халыҡ-ара акция быйыл туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә, уның маҡсаты - кешеләрҙең иғтибарын илдә йәшәгән халыҡтарҙың тарихына, мәҙәниәтенә һәм традицияларына йәлеп итеү. Ойоштороусылар фекеренсә, бындай белем Рәсәй Федерацияһындағы халыҡтарҙың үҙ-ара татыулығын, этник-ара тыныслығын һәм милли берҙәмлеген нығытыуға булышлыҡ итә. 2024 йылда республикала Халыҡтар дуҫлығы йорто, Мәғариф һәм фән министрлығы диктант координаторҙары булып сығыш яһаны. Республика муниципалитеттарынан 63 координатор ҡатнашты.

Диктантты онлайн-форматта 1 ноябрҙән 8-енә тиклем акцияның рәсми сайтында яҙҙылар, шулай уҡ 2 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залының икенсе ҡатындағы фойеһында ойошторолдо. Сарала милли-мәҙәни үҙәктәрҙән, мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларынан 57 кеше (23 ир-егет һәм 34 ҡатын-ҡыҙ) ҡатнашты.

2024 йылда тәүге тапҡыр һорауҙар әҙерләүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша алды. Бының өсөн акцияның рәсми сайтында «Һорау тәҡдим итергә» тигән ҡушымта барлыҡҡа килде. Иң ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле һорауҙар диктанттың федераль өлөшөнә инде, авторҙары акция символикаһы менән иҫтәлекле бүләктәр алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 һәм 2022 йылдарҙа Башҡортостан 1-се урын алды: 2021 йылда ҡатнашыусылар һаны 341 027 кеше тәшкил иткәйне, 2022 йылда - 498 018 кеше ҡатнашып, һөҙөмтә ике тапҡырға артты. 2023 йылда Башҡортостан 331 456 кеше ҡатнашҡан Мәскәүҙән ҡала икенсе урын алды. Быйыл икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Мәскәү ҡалаһы һәм Красноярск крайы бүлешә.

Фото: БР Халыҡтар дуҫлығы йорто матбуғат хеҙмәте.

#ЭтноДиктант #ФАДН #БЭД2024

Башҡортостан Ҙур этнографик диктант һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булды
Башҡортостан Ҙур этнографик диктант һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булды
Башҡортостан Ҙур этнографик диктант һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булды
Башҡортостан Ҙур этнографик диктант һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булды
Башҡортостан Ҙур этнографик диктант һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булды
Башҡортостан Ҙур этнографик диктант һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булды
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: