Башҡортостанда “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы инвалидлығы булған МХО ветерандарына торлаҡтарын яраҡлаштырыу буйынса эштәрен дауам итә. 2024 йылдың ғинуарынан фондтың республика филиалы адаптацияға 88 ғариза ала, уларҙың 74-е тикшерелгән, 14 торлаҡ бина яраҡлаштырылған.
Дәүләкән районынан Сергей Семенов йорто - шундайҙарҙың береһе. Слесарь-ремонтсы Сергей Семенов яҡшы яугир булған - Батырлыҡ ордены һәм Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән. Хәрби бурысты үтәгәндә Сергей аяғын юғалтҡан. Хәҙер ул өйҙә, яратҡан эше – металл сүкеү менән шөғөлләнә, район сараларында ҡатнаша, тыныс тормошҡа өйрәнә. Сергейға социаль координатор Рәшиҙә Заһитова ярҙам итә. Ул Дәүләкән районында МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә һәм ветерандарға комплекслы ярҙам күрһәтә.
Рәшиҙә Заһитова яугиргә программа тураһында һөйләй, ә заявка алғандан һуң кәрәкле документтар пакетын йыйырға һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы ҡарамағындағы МХО инвалидтарының торлаҡ биналарын тикшереү буйынса муниципаль ведомство-ара комиссияға ғариза бирергә ярҙам итә. Махсус комиссия торлаҡты ҡарарға килә, тейешле үлсәүҙәр үткәреп, буласаҡ үҙгәреште билдәләй.
Реабилитация саралары яңыраҡ булдырылған, әммә, Сергей әйтеүенсә, яҡшы нәмәгә тиҙ күнегәһең. Уңайлы тупһалы ишек, матур кухня, инвалид ветерандың тормошон еңеләйткән ҡулайламалар, саң һурҙырғыс робот, эш урыны – барлыҡ эштәр сифатлы башҡарылған.
Республика фонды филиалы эше тураһында ентеклерәк бында: https://vk.com/public220653548.
Башҡортостанда “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы адресы: Өфө, Минһажев урамы, 107. Эш көнө: сәғәт 9.00-дән 18.00-г тиклем, ялдарһыҙ.
Алдан консультация өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02
Текст авторы - Галина Морозова
Фото - Илдар Хәйруллин.