Мәҡәлә
Александр Даниловтың “Камиллыҡҡа юл” күргәҙмәһе асылдыОло йөрәкле әсәйҙәрҙе, көслө рухлы, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләнеләрӨфө гимназияһына яугир ҡыҙын күрергә килгән "Росагролизинг" менән хеҙмәттәшлек киңәйә"Берәй файҙаһы бармы һуң ул ураҙаның?"Яҙғы ташҡын буйынса көнүҙәк мәғлүмәтРадий Хәбиров яҙғы ташҡынға әҙерлек кәңәшмәһендә ҡатнаштыКүрше ҡаланы һыу баҫҡан Ауыл хужалы продукцияһын экспортлау мәсьәләләре ҡаралдыЯнғынға ҡаршы тороу өсөнДүрт яҡташыбыҙ мәңгелеккә ер аҫтында ҡалдыБалаларға шәп ял урыны булдырыла“Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары“ конкурсы: 25 йыл сифат һағында“Росагролизинг“ аша техника һатып алыу күләме буйынса тәүге бишәү иҫәбендәбеҙ Ер кешеһе өсөн еңел йыл юҡБизнес-берләшмә вәкилдәре менән асыҡ диалог ойошторола Шау гөл-сәскәгә күмеләм тиһәң...Кәүҙәһен һаман таба алмайҙар Башҡортостан игене Азияға оҙатылаАғиҙел аша күперҙе йүнәтәләр
Бөтә яңылыҡтар
10

“Яңы мөмкинлектәр үҙәге-2025”  конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә

Рәсәй Президенты эргәһендәге Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова хәбәр итеүенсә, конкурсты “Балалар өсөн ил” мәрхәмәтлек фонды, “Царьград” һәм Андрей Мельниченко фондтары ойоштора.

“Яңы мөмкинлектәр үҙәге-2025”  конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә
“Яңы мөмкинлектәр үҙәге-2025”  конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә

“Яңы мөмкинлектәр үҙәге-2025”  конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә.

Рәсәй Президенты эргәһендәге Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова хәбәр итеүенсә, конкурсты “Балалар өсөн ил” мәрхәмәтлек фонды, “Царьград” һәм Андрей Мельниченко фондтары ойоштора.

Дөйөм грант фонды 100 миллион һум тәшкил итә. Ярҙам ике йүнәлештә күрһәтеләсәк: көрсөклө ғаилә үҙәктәре — өс миллион һумға тиклем,  инвалид балалар өсөн көндөҙгө ял итеү үҙәктәре ике миллион һумға тиклем ала ала.

Конкурста дәүләт һәм муниципаль учреждениелары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре һәм дәүләт-йәмәғәт ойошмалары ҡатнаша ала. Ғаризалар 25 мартҡа тиклем ҡабул ителә, еңеүселәр 1 июнгә тиклем иғлан ителә. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте сайтта на сайте табырға мөмкин.

2024 йылда проекттарын тормошҡа ашырыуға 15 еңеүсе ярҙам алған, ә асыҡ көндөҙгө үҙәктәр балалы 512 ғаиләгә хеҙмәт күрһәткән. «Үҙенсәлекле бала саҡ» дауалау педагогикаһы үҙәге  рәйесе Анна Битова һүҙҙәренсә, бындай үҙәктәр ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн мөһим инструмент булып тора, улар ваҡытлыса һыйыныу урыны ғына түгел, ә социаль яраҡлашыуҙа ярҙам да тәҡдим итә, мәҫәлән, баланы мәктәпкә йәки балалар баҡсаһына яңынан йөрөтөүҙә.

“Оберег” хәйриә фонды президенты Александр Соболев, көрсөк үҙәктәре ғаиләләргә, хатта иң ауыр хәлдәрҙә лә, бергә ҡалыу мөмкинлеге бирә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул Иркутск өлкәһенән күп балалы әсә Наталияның миҫалы тураһында һөйләй: ул кризис үҙәге ярҙамында әсә хоҡуғын тергеҙгән һәм ғаиләһен яңынан берләштергән. Кризис үҙәгендә уның менән психологтар һәм юристар шөғөлләнгән.

  - Ниһайәт, малайҙарымды алып ҡайттым, ғаиләм яңынан ҡушылды. Беҙгә һәр яҡлап ярҙам иттеләр. Бында йәшәгәндә социаль хеҙмәткәр һөнәрен үҙләштерҙем, хәҙер бөтә ғаиләбеҙ менән айырым йәшәйбеҙ. Кешеләрҙең бындай үҙәктәр тураһында белеүе һәм унда мөрәжәғәт итеүе мөһим, – тип һөйләне Наталия.

Проекттарҙы берлектә финанслау буйынса талаптарға айырыуса иғтибар бүленә, ул кәм тигәндә 20% тәшкил итергә тейеш. Шулай уҡ проекттарҙың тотороҡлолоғон һәм перспективалылығын раҫлаған төбәк властарынан килгән хаттар ҙа мөһим. “Балалар өсөн ил” хәйриә фонды директоры Алексей Петров ойошмаларҙы һәм проекттарҙы конкурста ҡатнашырға саҡырҙы. Бындай гранттар Бөтә Рәсәй буйынса ғаиләләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн мөһим башланғыстарҙы үҫтерергә ярҙам итә, тип билдәләне ул.

Мәғлүмәт һәм фото: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-03-17/prodolzhaetsya-priem-zayavok-na-konkurs-tsentry-novyh-vozmozhnostey-2025-4160227 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: