Бөтә яңылыҡтар
10

Ҡаланы улар йәштәрсә матурайтасаҡ

Өфөләге Евразия ғилми-мәғариф үҙәгендә “Башҡортостан Республикаһында ҡала мөхитен уңайлы итеү” федераль проекты ирекмәндәренең форумы булып уҙҙы.

Ҡаланы улар йәштәрсә матурайтасаҡ
Ҡаланы улар йәштәрсә матурайтасаҡ

Өфөләге Евразия ғилми-мәғариф үҙәгендә “Башҡортостан Республикаһында ҡала мөхитен уңайлы итеү” федераль проекты ирекмәндәренең форумы булып уҙҙы.

Был проект Башҡортостанда 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Ошо осорҙа төбәктә 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде. Ә бөгөнгө форум йәштәрҙең үҙҙәре йәшәгән урынды нисек матур итеп күрергә теләүҙәре, бының өсөн уларҙың республика ҡалалары һәм райондарында ниндәй эш башҡарыуҙары һәм нимәләр планлаштырыуы тураһында һөйләшеү маҡсатында ойошторолдо. Бында шуныһы ла әһәмиәтле: ҡайһы биләмәне беренсе сиратта төҙөкләндерергә кәрәк икәнен халыҡ тауыш биреү юлы менән үҙе һайлай.

Форумдың эшендә Рәсәй Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, “Ҡала мөхите” федераль партия проектының координаторы Павел Качкаев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Р. Ғәзизов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов, республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Ирина Голованова, Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты директоры Ольга Сарапулова, Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан килгән студенттар һәм башҡа ирекмәндәр ҡатнашты.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: