Өфө районының Нуғай ауылында яңы поликлиника асылыуға бер йыл үтте һәм уның заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуын, бында тәжрибәле кадрҙар эшләүен барыһы ла күреп өлгөрҙө.
Поликлиника – “Башнефть” акционерҙар йәмғиәте (“Роснефть” йәмғиәтенә инә) халыҡ өсөн төҙөгән сираттағы социаль объект. Был социаль объекттар Башҡортостан Хөкүмәтенең “Роснефть” менән төҙөгән килешеүе һөҙөмтәһе.
Яңы дауалау-профилактика учреждениеһы ололарға, балаларға, шул иҫәптән сабыйҙарға һаулыҡты тикшереү һәм тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәк булған барлыҡ йыһаздар менән тәьмин ителгән. Майҙаны 4,8 мең квадрат метр булған өс ҡатлы яңы бинала 12 йүнәлештә эшләгән белгестәрҙең кабинеттары урынлашҡан. Бында шулай уҡ заманса физиотерапия кабинеттары һәм көндөҙгө стационар ҙа бар. Медицина учреждениеһы ике сменала тәүлегенә 12 сәғәт эшләй. Шуға халыҡ та ошо поликлиника булдырылыуына һәм бындағы коллективтың эшенән ҡәнәғәт.
“Бик матур бина, бында һәр саҡ таҙа, табиптар ҙа кешегә иғтибарлы, һәр саҡ ярҙам итергә һәм бөтә һорауҙарға яуап бирергә әҙер торалар”, – ти Нуғай ауылынан Эльмира Әминева. Уның һүҙҙәрен ошо уҡ учреждениеға дауаланыуға йөрөгән ауылдашы Рузилә Ғарифйәнова ҡеүәтләй: “Ауылыбыҙҙа ошондай поликлиника асылыуына бик шатбыҙ. Етәкселеккә лә шундай белдекле коллектив туплағаны өсөн ҙур рәхмәт”.
“Роснефть” компанияһы, социаль яуаплылыҡ принциптарына тоғро ҡалып, үҙе урынлашҡан төбәктәрҙә уңайлы социаль мөхит тыуҙырыуға айырым иғтибар бирә. Медицина өлкәһе – ошо эштең төп йүнәлештәренең береһе.
Һуңғы биш йылда Башҡортостанда был Компания ярҙамы менән 45 медицина объекты төҙөлгән йәки реконструкцияланған. Мәҫәлән, Өфөлә “Һөйөклө сабый” абилитация үҙәге базаһында асылған нейростудия уңышлы эшләй. Был Үҙәк тыуғас та реанимация һәм интенсивтерапия бүлексәләренә эләккән сабыйҙарҙы комплекслы дауалауҙы ойоштороу менән шөғөлләнә. Дауалау төрлә патология һәм зәғифлектең артабанғы үҫешен булдырмауға йүнәлтелгән.
Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында шулай уҡ Башҡортостан нефтселере ярҙамы менән көнөнә 500 кеше ҡабул итә алырлыҡ медицина комплексы төҙөлдө. Учреждение район халҡы өсөн медицина хеҙмәттәренең сифатын яҡшыртыу һәм төрләндереү мөмкинлеген бирҙе.
Өфө ҡалаһындағы “Көньяҡ” микрорайонында капиталь ремонттан һуң 230 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән 2-се балалар поликлиникаһының филиалы асылды. Реконструкцияға хәтлем был поликлиникаға балалары менән йөрөгән ата-әсәләргә ҡаланың башҡа урындарындағы медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итергә тура килә ине, ә был ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Һөҙөмтәлә, “Башнефть” компанияһының ярҙамы менән, поликлиника бинаһы тулы мөмкинлегенә төҙөп еткерелде һәм бәләкәй пациенттарҙы ҡабул итә башланы.
Иҫке Турбаслы ауылында ла заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған яңы фельдшер-акушер пункты асылды. Бында күрше тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәгән ике мең самаһы кеше хәҙмәтләндерелә. Медицина учреждениеһының бөтә бүлмәләре лә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн ҡулайлаштырылған. Тәүлек әйләнәһенә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ФАП-та дежур хеҙмәткәргә торлаҡ бүлмәһе лә бар. Ә Дыуан районындағы ике ауыл халҡы өсөн модуль рәүешендәге ике поликлинка ишектәрен асты.
Ишембай районының Петровск ауылында капиталь ремонттан һуң “Башнефть” ярҙамы менән төҙөлгән ауыл участка дауаханаһы йәнә эшләп алып китте. Медицина учреждениеһы ошо төбәктәге туғыҙ ауылдың биш меңгә яҡын кешеһен хеҙмәтләндерә. Дауахана асыу ауыл кешеләренә медицина ярҙамын тиҙ һәм уңайлы шарттарҙа алыу мөмкинлеге тыуҙырҙы.
Фото: “Башнефть” акционерҙар йәмғиәте.