Файҙалы эштәр йылы
7 Апрель 2025, 14:20

 “Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе” эшләй

Ул - махсус операция сиктәрендә хәрби бурыс үтәгәндә яҡындары һәләк булған Башҡортостан халҡы өсөн клуб.

“Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе” эшләй“Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе” эшләй
 “Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе” эшләй

 “Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе” – махсус операция сиктәрендә хәрби бурыс үтәгәндә яҡындары һәләк булған Башҡортостан халҡы өсөн клуб ул. Проектты “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте республика йәмәғәт ойошмаһы башлап ебәрҙе.

2024 йылдың майында “Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе” проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондынан ярҙам алды, ә 2024 йылдың июленән проектты тулыһынса тормошҡа ашырыу башланды. МХО-ла яҡындарын юғалтҡан 800-ҙән ашыу кешегә психологик ярҙам күрһәтелгән.

Ауыр юғалтыу кисергән ғаиләләр йыйылып, аралаша ала. Клубтың осрашыуына монах Киприан, донъялыҡта - Советтар Союзы Геройы, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Күҙәтеү советы ағзаһы, Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитетының рухи остазы Валерий Бурков; яҙыусы Олег Рой; Рәсәй Геройы, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Күҙәтеү советы ағзаһы Алексей Романов, Карине Хәбирова, Ольга Бадма-Халгаева һәм башҡалар килде.

“Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе” клубы ҡатнашыусылары менән квалификациялы психологтар эшләй. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандары өсөн экскурсиялар, белем биреү һәм концерт саралары ойошторола.

- Беҙ театрҙарға, күргәҙмәләргә, музейҙарға йөрөйбөҙ. Йыш ҡына төрлө әйберҙәр, биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ, - ти “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһенең йәмәғәт проекттары буйынса урынбаҫары Асия Ғиләжева.

Осрашыуҙар ваҡытында МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарына һәм ирекмәндәргә рәхмәт хаттары һәм наградалар тапшырыла.

 - Беҙҙең бурыс – һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмау, кеше араһына сығарыу. Геройҙарыбыҙҙы ла, патриоттарыбыҙҙы тәрбиәләгән ғаиләләребеҙҙе лә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

 "Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе" республиканың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында үткәрелә.

Фондтың республика филиалындағы эше тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548

Фото: ЦУР.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас