

Йыл буйына ҡаҙмаштар йәнле тормош менән йәшәне. Ауылда бик күп саралар үткәрелде. Мәҫәлән...
Хәтер митингы, унда МХО яугирҙәренең ата-әсәләрен һәм кәрәк-яраҡ тегеүсе-бәйләүселәрҙе һәм уларға ярҙам итеүсе ирекмәндәрҙе бүләкләнеләр. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов та иғтибар үҙәгендә булды. Һәләк булған герой Рәхимйән Мөхөтдинов иҫтәлегенә гир турниры, 9 йәштән 80 йәшкә тиклемгеләр араһында саңғы ярыштары ойошторолдо (барлығы 56 призер булды).
Йыуаса-fest 12 ҡатын-ҡыҙҙар советы командаһын бергә йыйҙы, улар ҡарҙа башҡорт ҡамыр аштарын бешерҙе. Был кулинар ярышта Хәмит ауылынан “Һалдат әсәләре” еңеп сыҡты - уларҙың йыуасаһы бөтәһенә лә оҡшаны!
"Зарница" уйыны ла хәтерҙә һаҡланасаҡ. Йәш кенә ҡатнашыусылар “пластунса” шыуышты, атышты, “яралыларҙы” ҡотҡарҙы. Был уйында “Япондар” командаһы еңде (эйе, Әбйәлилдә шундай исемле ауыл да бар).
Ҡаҙмаш - үҙенсәлекле ауыл. Уның халҡы МХО-лағы яугирҙәр өсөн өс мунса төҙөп ебәргән. Һуңынан ҡыҙыҡһыныусыларға оҫталыҡ дәресе үткәреп, юлда туҙып китмәҫлек ныҡ мунсаны нисек эшләргә өйрәткән. “Дуҫлыҡ ауылы” проектын башлап ебәргәндәр – күрше ауыл халҡы менән берләшеп фронтҡа ярҙам итәләр. Мәктәптә “Герой партаһы” асылған, хәҙер иң яҡшы уҡыусылар батыр яҡташтарының береһенә арналған партала ултыра ала. Ҡаҙмаш ауылында йәшәүсе һәр кеше - мәктәп уҡыусыһынан алып пенсионерға тиклем - дөйөм эшкә күңелен һалып ярҙам итте. Ҡаҙмаштарҙы тағы бер тапҡыр ҡотлайбыҙ! Берҙәмлек өсөн рәхмәт!
Мәғлүмәт: https://vk.com/wall-104104286_183131