Уйынсыҡ – бәхетле бала саҡ юлдашы

Өфөлә “Айда/Әйҙә играть” II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале эшен дауам итә

Уйынсыҡ – бәхетле бала саҡ юлдашыУйынсыҡ – бәхетле бала саҡ юлдашы
Уйынсыҡ – бәхетле бала саҡ юлдашы

 Өфөлә “Айда/Әйҙә играть” II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале эшен дауам итә. Уны тантаналы асыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһының президенты Антонина Цыцурина, “Креатив иҡтисад” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма  директоры Мария Мангуш байрам менән ҡотлап сығыш яһанылар.

“Был фестивалгә бик етди ҡарайбыҙ, уны үткәреүҙең иң тәүге зарурлығы – беҙҙең балаларыбыҙ өсөн”, – тине Радий Хәбиров тәбрикләү сығышында. – “Беҙ, ололар, баланы тәрбиәләүҙә уйынсыҡтарҙың роле нисек ҙур булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Сабыйҙың ҡулына теләһә нимә тотторабыҙ икән, уның йүнле кеше булып үҫәсәге шикле, ә бына тәрән йөкмәткеле һәм беҙҙең әхлаҡи ҡараштарға яуап бирерлек уйынсыҡ бирһәк, баланың да аҡыл кимәле заман талаптарына тура килеп формалашасаҡ. Уйынсыҡ – бәхетле бала саҡ юлдашы ул”.

Фестивалдең маҡсаты – Рәсәйҙәге уйындар һәм уйынсыҡтар етештереүселәрҙең ассортиментын, уйын ысулдарын, медиа брендтарҙы, рухи-әхлаҡи һәм традцицион ҡиммәттәрҙе формалаштырыусы мульт-персонаждарҙы күрһәтеү. Ойоштороусылары – Рәсәй Федарацияһының Федерация Советы, Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте,  Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы.

Баш ҡаланың Совет майҙанында һәм уның тирәһендәге майҙансыҡтарҙа дүрт көн дауам итәсәк байрам программаһында спорт зонаһында уйындар үткәреү һәм Олимпия чемпиондары менән осрашыу, “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!”  телевизион тапшырыуы, лекторий, балалар туризмы һәм башҡа темаларға стратегик дискуссиялар һәм башҡа саралар ҡаралған.

 Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас