Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
5 Июнь 2025, 10:00

Әйҙә, уйнарға! Өфөгә!

Бөгөн Өфөлә “Айда/Әйҙә играть” II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале эшен башланы. Уның йөкмәткеле программаһын фестиавалде тантаналы асыуға тиклем үк   тормошҡа ашырыуға тотондолар.

Әйҙә, уйнарға! Өфөгә!
Әйҙә, уйнарға! Өфөгә!

Бөгөн Өфөлә “Айда/Әйҙә играть” II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале үҙ  эшен башланы. Уның йөкмәткеле программаһын фестивалде тантаналы асыуға тиклем үк тормошҡа ашырыуға тотондолар.

Фестивалдең маҡсаты – Рәсәйҙәге уйындар һәм уйынсыҡтар етештереүселәрҙең ассортиментын, уйын ысулдарын, медиа брендтарҙы, рухи-әхлаҡи һәм традицион ҡиммәттәрҙе формалаштырыусы мульт-персонаждарҙы күрһәтеү.

Сара Башҡортостан Башлығының тәҡдименә ярашлы үткәрелә. Ойоштороусылары – Рәсәй Федарацияһының Федерация Советы, Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте,  Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы.

Программала спорт зонаһында уйындар үткәреү һәм Олимпия чемпиондары менән осрашыу, “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!”  телевизион тапшырыуы, лекторий, балалар туризмы һәм башҡа темаларға стратегик дискуссиялар һәм башҡа саралар ҡаралған.

Фото: “Айда/Әйҙә играть” II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале сайты.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас